Республикала ир, законһыҙ рәүештә ағас ҡырҡҡаны өсөн, иректән мәхрүм ителде

Республикала ир, законһыҙ рәүештә ағас ҡырҡҡаны өсөн, иректән мәхрүм ителде https://bash.news/news/88856_respublikala_ir_zakony_resht_aas_yrany_sn_irektn_mxrm_itelde
28 ғин 2019, 14:28

Ҡариҙел районында 44 йәшлек ир хөкөм ителде. Ул законһыҙ рәүештә 99 ағас ҡырҡыуҙа ғәйепләнә. Был енәйәт өсөн ул иректән мәхрүм ителә.

Республикала ир, законһыҙ рәүештә ағас ҡырҡҡаны өсөн, иректән мәхрүм ителде
Республикала ир, законһыҙ рәүештә ағас ҡырҡҡаны өсөн, иректән мәхрүм ителде

Прокуратура хәбәр итеүенсә, уҙған йылда ир ҡоро ағасты йығыу буйынса килешеү төҙөй. Быға ҡарамаҫтан, ғәйепләнеүсе 84 ҡарағас һәм 15 пихта ағасын йыға. Һөҙөмтәлә, ағастарҙы пилорамаға оҙаталар. Ир урман фондына 1,8 млн һум күләмендә зыян килтерә.

Билдәләргә кәрәк, ир быға тиклем дә ошондай уҡ енәйәт эше өсөн хөкөм ителгән була. Суд ҡарары буйынса, уны 2,5 йылға иркенән мәхрүм итәләр. Шулай уҡ, ғәйепләнеүсе килтерелгән зыян күләмен ҡапларға тейеш.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество