Ҡулланыусылар кәрзине утыҙ процентҡа артыуы күҙаллана

Ҡулланыусылар кәрзине утыҙ процентҡа артыуы күҙаллана https://bash.news/news/88861_ullanyusylar_krzine_uty_procenta_artyuy_kallana
28 ғин 2019, 12:08

Рәсәйҙә ҡулланыусылар кәрзиненә күберәк күләмдә ит, балыҡ, йомортҡа һәм эремсек өҫтәргә тәҡдим иттеләр. Тейешле тәҡдим Хеҙмәт министрлығына йүнәлтелә. Хәбәр итеүҙәренсә, ит һәм ит продукттарын биш процентҡа, ун алты процентҡа балыҡ күләмен арттырыу мөһим.

Ҡулланыусылар кәрзине утыҙ процентҡа артыуы күҙаллана
Ҡулланыусылар кәрзине утыҙ процентҡа артыуы күҙаллана

Ҡулланыусылар кәрзинендә эремсек менән йомортҡа 14%-ҡа, ҡош ите 11%-ҡа күберәк булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта, кәрзиндә икмәк, май, тоҙ һәм шәкәр күләмен кәметеү тәҡдим ителә. Әгәр ҙә тәҡдимдәр ҡабул ителһә, ҡулланыусылар кәрзине утыҙ процентҡа артасаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡулланыусылар кәрзине 2021 йылға яңыртылырға тейеш. Рәсәйҙә уны биш йылға бер тапҡыр яңырталар, һуңғы тапҡыр кәрзин составын 2013 йылда үҙгәртәләр.

Спутник FM
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд