Учалы фажиғәһендә ауыр йәрәхәтләнгән Зариф Хилажев реанимациянан айырым палатаға күсерелгән

Учалы фажиғәһендә ауыр йәрәхәтләнгән Зариф Хилажев реанимациянан айырым палатаға күсерелгән https://bash.news/news/88911_uchaly_fazhiend_auyr_jrxtlngn_zarif_xilazhev_reanimaciyanan_ajyrym_palataa_kserelgn
28 ғин 2019, 22:25

Һөйөнөслө хәбәр менән бөгөн социаль селтәрҙәрҙә бәләгә тарыусының апаһы уртаҡлашты. Әлеге выҡытта Зариф Ҡыуатов исемендәге клиник дауаханаһы табиптары күҙәтеүе аҫтында ҡала. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Учалылағы ҡот осҡос фажиғә яңы йыл байрамдарынан һуң теркәлде. Ҡоралланған ир өс кешенең ғүмерен ҡыйҙы, шул иҫәптән Зарифтың ҡатыны Гөлсиә Хилажева ла вафат булды.

Зариф Хилажевтың иҫенә килеп, айырым палатаға күсерелеүе тураһындағы мәғлүмәтте халыҡ интернет сәхифәләрендә ҡыуанып ҡабул итте. Һауыҡһын инде, Зариф! - тип бөтәһе лә уның балаҡайҙарын, ата-әсәһен ҡыуандырып, йүнәлеп китеүен теләй.

Автор: Илдар Байбулатов.

Учалы фажиғәһендә ауыр йәрәхәтләнгән Зариф Хилажев реанимациянан айырым палатаға күсерелгән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд