Өфөлә йәшәүсе 7 йәшлек Самира Баҡаеваға яман шеш ауырыуынан йүнәлер өсөн операцияға аҡса талап ителә

Өфөлә йәшәүсе 7 йәшлек Самира Баҡаеваға яман шеш ауырыуынан йүнәлер өсөн операцияға аҡса талап ителә https://bash.news/news/88912_fl_jshse_7_jshlek_samira_baaevaa_yaman_shesh_auyryuynan_jnler_sn_operaciyaa_asa_talap_itel
28 ғин 2019, 22:26

Сентябрҙән алып ҡыҙ остеоген саркома сиренән Санкт-Петербург ҡалаһында дауалана. Тиҙ арала пациентҡа операция эшләп ҡиммәтле эндопротез ҡуйыу талап ителә. Кәрәкле сумманы ғаилә үҙаллы ғына туплай алмай. Гимнастика менән шөғөлләнгән ҡыҙҙың ата-әсәһе битараф булмаған кешеләрҙән ярҙам һорай.

Былтыр ғына Самира Баҡаева гимнастика бәйгеләрендә ҡатнашып призлы урындар яулаған. Тик ҡапыл ғына сатанлай башлаған спортсы ҡыҙға ҡурҡыныс диагноз ҡуйғас, ғаиләнең тыныс тормошо селпәрәмә килә.

Айгөл Баҡаева, Самираның әсәһе: “Август аҙағында Самира атлағанда ла сатанлай башланы. Аяғың ауыртамы тип һорағанда - юҡ, ауыртмай тип яуап ҡайтарҙы”.

Әле Самира төньяҡ баш ҡалала химия терапияһы курсы үтә. Тиҫтерҙәре уның ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтә. Улар яҙған хаттарҙа - бер генә теләк, һауығып ҡайт, Самира!

Камилә Кәримова: “Самира, беҙ һине көтәбеҙ, тиҙерәк терелеп ҡайт”.

Әлфиә Төгөлбаева, Самираның уҡытыусыһы: “Самира беренсе көндәрҙән алып уҡ беҙҙең мәктәптә үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәткән уҡыусы. Ул беҙҙең мәктәптең ғорурлығы. Тәртипле, уңған уҡыусы. Уның юҡлығы һиҙелә. Беҙ уны көтәбеҙ һәм уның һауығыуына ышанабыҙ”.

Балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә ҡыҙҙың рухи көсөнә һоҡлана. Тиҙҙән уға ҡатмарлы операция яһау ҡаралған. Остеоген Саркома - ҡурҡыныс сир, аяҡ һөйәктәре онтала - һөйәк урынына эндопротез урынлаштырып ҡына хәлде яҡшыртыу мөмкин.

Әлмира Ғарифуллина, Баҡаевтарҙың ғаилә дуҫы: “Ауыртыуҙарын, күҙ йәштәрен ул бер кемгә лә - дуҫтарына ла, әсәһенә лә күрһәтмәй. Иламай”.

Эндопротез һатып алыу өсөн 1 млн 900 мең һум аҡса талап ителә. Ғаилә сумманың күп өлөшөн йыйған - тағы ла 177 мең һум ғына аҡса кәрәк.

Айгөл Баҡаева, Самираның әсәһе: “Битараф булмағандарҙан үтенеп ярҙам һорайбыҙ - Самираны ҡотҡарыр өсөн кәрәкле сумманы йыйырға ярҙам итегеҙ. Минең бөтә хыялым - ҡыҙымдың йүгереп йөрөгәнен күреү. Гимнастика менән шөғөлләнә алмаһа ла - иҫән-һау булып ҡыҙымдың йәшәүен генә теләйем”.

Өлкәндәрҙе йыуатырға тырышҡан ҡыҙ ҡатмарлы һынауҙар үтә. Әммә нисек кенә ҡыйыу булмаһын, яман сир алдында Самира ла көсһөҙ.

Өфө, сәләм. Миңә ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт әйткем килә...

Самира Баҡаева, яман шеш менән яфаланыусы

Самираның яҙмышына битараф булмаған һәр кем Самира һәм тәғәйен аҡса күләмен яҙып 2425 һандарына смс ебәрә ала. Әлеге ваҡытта Самираның ғаиләһе өсөн һәр һум ҡәҙерле.

Автор: Флорида Ким.

Өфөлә йәшәүсе 7 йәшлек Самира Баҡаеваға яман шеш ауырыуынан йүнәлер өсөн операцияға аҡса талап ителә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд