Халыҡ-ара Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнө айҡанлы Өфө синагогаһында Хәтер кисәһе үтте

Халыҡ-ара Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнө айҡанлы Өфө синагогаһында Хәтер кисәһе үтте https://bash.news/news/88915_xalyara_xolokost_orbandaryn_ik_alyu_kn_ajanly_f_sinagogaynda_xter_kise_tte
28 ғин 2019, 22:29

Шулай уҡ баш ҡаланың мәҙәни учреждениеларының береһендә мемориаль концерт ойошторолдо. "Холокост" боронғо грек теленән "ут менән юҡ итеү", "ҡорбан килтереү" тигәнде аңлата. Заманса ғилми әҙәбиәт һәм публицистик яҙмалар буйынса 1933-1945 йылдарҙа Германия һәм уға союздаш илдәрҙең йәһүдтәргә ҡарата алып барған нацистик сәйәсәтен белдерә.

Тотош бер милләттең алты миллионға яҡын вәкилен юҡ итеү маҡсаты ҡуйыла. Бынан 74 йыл элек 27 ғинуарҙа Совет армияһы нацистарҙың Освенцим үлем лагерында эҙәрлекләнгән кешеләрҙе иреккә сығара, шуға күрә тап был дата Халыҡ-ара Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнө тип иғлан ителә.

2005 йылдың 1 ноябрендә был турала Берләшкән милләттәр ойошмаһының Генераль Ассамблеяһының резолюцияһы сыға. Концерт барышында тарихи ваҡиғаларға бәйле шиғырҙар, прозаик әҫәрҙәрҙән өҙөктәр уҡылды, моңһоу йырҙар башҡарылды. Бөгөн Өфөлә йәһүдтәрҙең хор ансамбле лә уңышлы эшләп килә. Унда төрлө милләт вәкилдәре, шул иҫәптән башҡорт, татар, рустар ҙа шөғөлләнә.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Халыҡ-ара Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнө айҡанлы Өфө синагогаһында Хәтер кисәһе үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд