Башҡортостан юлдаш телевидениеһының медиа мәктәбендә спорт комментаторҙары курсы асылды

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының медиа мәктәбендә спорт комментаторҙары курсы асылды https://bash.news/news/88916_bashortostan_yuldash_televidenieyny_media_mktbend_sport_kommentatorary_kursy_asyldy
28 ғин 2019, 22:30

Уҡыуҙар спорт редакцияһы журналисы Артем Кочешев башланғысы менән уҙғарыла. Былтыр ул Мәскәүҙә үткән "Спорт тауышы" Бөтә Рәсәй фестивалендә иң яҡшы төбәк комментаторы тип билдәләнгәйне. Курсҡа башта ун кешене генә алыу планлаштырылғайны, әммә яңы белем артынан ҡыуыусылар күберәк булып сыға, төркөм ағзалары һаны 16-ға етә.

Дәрестәр мауыҡтырғыс үтә, төп спорт терминдарын аңлатыуҙан тыш, педагогтар телмәр техникаһы һәм мәҙәниәтенә арналған лекциялар уҡый. Шул уҡ ваҡытта теоретик белемдәр практикала ҡулланыла. Һәр кем хоккей, футбол трансляцияларына аңлатма биреп, хаталар өҫтөндә лә эшләй.

Светлана Лобанова, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының медиа мәктәбе етәксеһе: “Курста ҡатнашыу өсөн ниндәй ҙә булһа трансляцияға аңлатма биреп, видеояҙма ебәрергә кәрәк ине. Уҡырға теләүселәр күп булып сыҡты. Спорт яратҡан егет-ҡыҙҙарҙың күҙҙәре янып тора, улар яңы белем алырға ынтыла”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының медиа мәктәбендә спорт комментаторҙары курсы асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа