Ғафури районында уҡсылар мәргәнлектә ярышты

Ғафури районында уҡсылар мәргәнлектә ярышты https://bash.news/news/88917_afuri_rajonynda_usylar_mrgnlekt_yaryshty
28 ғин 2019, 22:31

Турнирҙа Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Бөрйән, Ғафури, Ишембай һәм Учалы райондарынан ҡатнашыусылар килде. Турнир өс этаптан торҙо - баҫып, әйләнеп, бер тубыҡҡа ултырып йәйәнән уҡ атыу. Күләмле бәйгелә кереш тартып көсөн һынап ҡарарға теләүселәр араһында гүзәл заттар ҙа бар ине. Был шөғөлдө ғаиләләре менән үҙ итеүселәрҙең күп булыуы ла иғтибарға лайыҡ.

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр тип баш ҡаланан Булат Әминев, Учалынан Динә Вәлиева һәм Бөрйәндән Салауат Юлбирҙин билдәләнде. Әйткәндәй, Красноусол ауылында район хакимиәте ярҙамында "Мәргән уҡсы" түңәрәген ойоштороу өсөн махсус тир ҙа асыла. Комплекста балалар милли көрәш секцяиһында ла шөғөлләнә.

Ришат Шәймәрҙәнов, "Батыр" хәрби-патриотик клубы етәксеһе: “Ҡырҡҡа яҡын ҡатнашыусы килде, беҙҙең Красноусол ауылы командаһы ла яҡшы сығыш яһай. Ойоштороусыларға, район хакимиәтенә ҙур рәхмәт”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Ғафури районында уҡсылар мәргәнлектә ярышты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа