Хөкүмәттә төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашып алданған кешеләр мәсьәләһе ҡаралды

Хөкүмәттә төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашып алданған кешеләр мәсьәләһе ҡаралды https://bash.news/news/88919_xkmtt_tlsht_lshlt_atnashyp_aldanan_keshelr_msle_araldy

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн "Төҙөлөш сәғәте" форматында ултырыш үткәрҙе. Унда күп ҡатлы йорт төҙөлөшөндә алданған өлөшсөләр мәсьәләһе ҡаралды. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Григорий Невоструев әйтеүенсә, компаниялар менән осрашыуҙар үткәрелгән, торлаҡ комплекстары майҙансыҡтарын ҡарап сыҡҡандар.

Әле төҙөлөштө тамамлау өсөн финанс-иҡтисади документтар әҙерләнә, күпме аҡса кәрәк буласағы асыҡлана. Радий Хәбиров Хөкүмәткә документты әҙерләп бөтөргә һәм төҙөлөш өсөн яуаплы ойошмалар менән осрашыу үткәрергә ҡушты.

Республика етәксеһе әйтеүенсә, "Миловка паркы" мәсьәләһен хәл итеү варианттары бар. Әммә уны ғәмәлгә ашырғанда уйлап һәм эҙмә-эҙлекле эш итергә кәрәк. Радий Хәбиров шулай уҡ "Меркурий" комплексы буйынса ла схема әҙерләргә ҡушты.

Автор: Илдар Байбулатов.

Хөкүмәттә төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашып алданған кешеләр мәсьәләһе ҡаралды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа