Быйыл Өфөлә туғыҙ яңы маршрут буйынса автобустар йөрөй башлай

Быйыл Өфөлә туғыҙ яңы маршрут буйынса автобустар йөрөй башлай https://bash.news/news/88920_byjyl_fl_tuy_yay_marshrut_bujynsa_avtobustar_jrj_bashlaj
28 ғин 2019, 22:56

Ошо хаҡта мәғлүмәт ҡала хакимиәтенең рәсми сайтында пассажирҙар ташыуҙы планлаштырыу документында баҫылып сыҡты. "Мега" сауҙа комплексынан Инорсҡа тиклем, Көнъяҡ автовокзалдан 4-се бала табыу йортона һәм Белореченский - Хыял биҫтәләре араһында йылдың тәүге яртыһында уҡ автобус рейстары ебәрелә.

Ҡалған алты йүнәлештә- Йылҡыбай-Федоровка - Үҙәк баҙар, Жилин ауылынан "Планета" сауҙа комплексы аша 6-сы дауаханаға, Кенәз ауылынан – УМПО-ға тиклем, Нефть университетынан Көньяҡ зыяратҡаса һәм Йәйғор баҙарынан - Сипайлово биҫтәһе йүнәлештәрендә йылдың икенсе яртыһында маршрут автобустары булдырыу күҙаллана.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Быйыл Өфөлә туғыҙ яңы маршрут буйынса автобустар йөрөй башлай

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд