Башҡорт дәүләт аграр университеты ғалимдары урман-ерҙе тотороҡло һәм экологик яҡтан һаҡсыл ҡулланыуға грант алды

Башҡорт дәүләт аграр университеты ғалимдары урман-ерҙе тотороҡло һәм экологик яҡтан һаҡсыл ҡулланыуға грант алды https://bash.news/news/88922_bashort_dlt_agrar_universitety_alimdary_urmanere_totorolo_m_ekologik_yatan_asyl_ullanyua_grant_aldy
28 ғин 2019, 23:43

Илебеҙҙең өс юғары уҡыу йорто: Волга буйы технологик университеты, Рәсәй Фәндәр Академияһы ғилми-тикшеренеү институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты ғалимдарының берлектәге проекты Евросоюздың"Эразмус" гранты менән баһаланған. Был халыҡ -ара грантта шулай уҡ Австрия, Греция,Финляндияның юғары уҡыу йорттары ла ҡатнаша.

Урман хужалығы кафедраһында шөғөлләнеүсе студенттар "Экологик һәм тотороҡло урмансылыҡ өсөн" дистанцион тикшереү һәм геомәғлүмәт системалары проектында әүҙем ҡатнаша. Европа юғары уҡыу йорттары тәжрибәһен, ҡаҙаныштарын ҡулланыу сиктәрендә электрон курстар ойошторола, ғалимдар Европа һәм Ҡытайҙа стажировка үтәсәк, ә студенттар ике йыл рәттән йәйге лагерҙа ҡатнашасаҡ.

Римма Абдуллина, Башҡорт дәүләт аграр университетының 3-сө курс студенты:

“Минең планшетта урман тураһында бөтә мәғлүмәт индерелгән. Был программа урманды яҡшыраҡ һаҡларға мөмкинлек бирә”.

Халыҡ-ара грант өс йылға иҫәпләнгән. Уның сиктәрендә Урмансылыҡ һәм ландшафт дизайны кафедраһында яңы лаборатория булдырыласаҡ. Был лабораторияла студенттар географик мәғлүмәт системаһын һәм ерҙе дистанцион зондлау ысулдарын төплө итеп өйрәнәсәк.

Заһир Рәхмәтуллин, Башҡорт дәүләт аграр университетының урман хужалығы кафедраһы уҡытыусыһы, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты: “Был проект өсөн беҙгә 80 мең евро бүленде. Проект өс йылға иҫәпләнгән. Уға ярашлы лаборатория төҙөләсәк һәм унда яңы продукттар алынасаҡ”.

Проектта ҡатнашыусылар урманды һаҡлауҙа, тирә-яҡ мөхит торошон тикшереүҙә пилотһыҙ аппараттар эшмәкәрлеге менән дә яҡындан таныша. Заманса лаборатория аркгиз, кюгиз, мап инфо кеүек программаларға таянып ер йөҙөн төшөрөү, урмандарҙы өйрәнеү, яңыртыу, һаҡлау, урман фондын мониторлау мөмкинлеген булдырасаҡ.

Илгиз Аҫылбаев, Башҡорт дәүләт аграр университетының агрономия һәм урман хужалығы факультеты деканы: “Был грант студенттарға бик яҡшы трамплин булып тора. Ауыл хужалығында һәм урман хужалығында һанлы технологиялар ҡулланыу эштәрҙе һөҙөмтәлерәк башҡарырға ярҙам итә”.

"Эразмус" проектын Башҡортостанда тормошҡа ашырыусы өс ғалим :Айҙар Ғәбделхаҡов, Заһир Рәхмәтуллин һәм Мария Мартынова "Урмансылыҡ" йүнәлеше буйынса магистрҙар әҙерләйәсәк. Фәнни-тикшеренеү эштәре инлиз телендә яҙыласаҡ, ә аспиранттар Греция, Финляндия һәм Австрияла стажировка үтәсәк.

"Эразмус" халыҡ-ара проектының мәғлүмәти технологиялары һәм ерҙе дистанцион тикшереү ысулдары тағы ла юғары кимәлдә урман хужалығы өсөн белгестәр әҙерләргә булышлыҡ итер тип көтөлә.

Автор: Гүзәл Борханова.

Башҡорт дәүләт аграр университеты ғалимдары урман-ерҙе тотороҡло һәм экологик яҡтан һаҡсыл ҡулланыуға грант алды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна