Башҡортостанда республика ҡаҙнаһынан 58 спорт мәктәбе субсидия аласаҡ

Башҡортостанда республика ҡаҙнаһынан 58 спорт мәктәбе субсидия аласаҡ https://bash.news/news/88931_bashortostanda_respublika_anaynan_58_sport_mktbe_subsidiya_alasa
29 ғин 2019, 10:38

Төбәктең ун ҡалаһынан һәм муниципалитетынан 58 спорт мәктәбе республика ҡаҙнаһынан субсидия аласаҡ. Бындай ҡарар Радий Хәбиров етәкселегендә үткән БР Хөкүмәте президиумының ултырышында ҡабул ителде.

Башҡортостанда республика ҡаҙнаһынан 58 спорт мәктәбе субсидия аласаҡ
Башҡортостанда республика ҡаҙнаһынан 58 спорт мәктәбе субсидия аласаҡ

Муниципаль райондар һәм ҡала округтары 1177 спортсы өсөн кейем-һалым, инвентарь һәм ҡоролмалар һатып аласаҡ. 28 спорт төрө буйынса республиканың йыйылма командалары ағзалары кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин ителәсәк.

Бүленгән аҡса ярҙамында, спорт мәктәптәре республиканың йыйылма командалары ағзаларын әҙерләү һәм тәрбиәләү программаларын тормошҡа ашырасаҡ.

Спутник FM
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд