Февраль айы башында боҙ ҡаласыҡтары һәм шыршылар алынасаҡ. Был мәғлүмәтте ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмә барышында хәбәр иттеләр.
Боҙ ҡаласыҡтары бер айҙан ашыу дауамында халыҡтың ял итеү һәм күңел асыу урынына әүерелде. Айырыуса, яңы йыл каникулдары осоронда бында урындағылар күпләп йыйылды. Тик ваҡытында боҙ ҡаласыҡтарын һүтергә кәрәк.
Был, тәү сиратта, ҡала халҡы хәүефлеге өсөн мөһим. Эштәр бер нисә этапта башҡарыласаҡ. Тәүҙә шыршыларҙан уйынсыҡтар һәм яҡтыртыу ҡоролмалары алынасаҡ, унан боҙ һәм башҡа элементтар, һуңғы сиратта шыршы сығарыласаҡ.