Гидрометүҙәк февраль һәм март айҙарында һауа торошоноң үҙгәреүсән буласағы тураһында иҫкәртте

Гидрометүҙәк февраль һәм март айҙарында һауа торошоноң үҙгәреүсән буласағы тураһында иҫкәртте https://bash.news/news/88940_gidrometk_fevral_m_mart_ajarynda_aua_toroshono_gresn_bulasay_turaynda_ikrtte
29 ғин 2019, 11:50

Февраль-март айҙарында илдең үҙәк төбәктәрендә һауа торошо үҙгәреүсән булыуы көтөлә.Был осорҙа һалҡын да, йылы көндәр ҙә буласаҡ. Һауа торошо тураһында мәғлүмәтте Гидрометүҙәктең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд белдерҙе.

Гидрометүҙәк февраль һәм март айҙарында һауа торошоноң үҙгәреүсән буласағы тураһында иҫкәртте
Гидрометүҙәк февраль һәм март айҙарында һауа торошоноң үҙгәреүсән буласағы тураһында иҫкәртте

Илдең баш синоптигы һүҙҙәренсә, был төбәктәрҙә ҡар апрель айының тәүге декадаһына тиклем ятасаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн,29 ғинуарҙа, Башҡортостанда ҡар яуыуы һәм еңелсә буран сығыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ 14 градус һалҡын. Ел көньяҡ- көнсығыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫәсәк, ваҡыты менән 17 метрға тиклем көсәйәсәк.

Спутник FM
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Банер уфимская волна