Радий Хәбиров төбәктә законһыҙ рәүештә алкоголь эсемлектәр менән һатыу итеүселәргә көрәш иғлан итте

Радий Хәбиров төбәктә законһыҙ рәүештә алкоголь эсемлектәр менән һатыу итеүселәргә көрәш иғлан итте https://bash.news/news/88958_radij_xbirov_tbkt_zakony_resht_alkogol_esemlektr_menn_atyu_iteselrg_krsh_ilan_itte
29 ғин 2019, 14:14

Радий Хәбиров социаль селтәрҙә законһыҙ рәүештә алкоголь менән һатыу итеү нөктәләре буйынса рейдтар тураһында һөйләне. Бындай урындарҙа, башлыса, сифатһыҙ спиртлы эсемлектәр һатыла. Улар, үҙ сиратында, кеше һаулығына ҙур хәүеф менән янай.

Радий Хәбиров төбәктә законһыҙ рәүештә алкоголь эсемлектәр менән һатыу итеүселәргә көрәш иғлан итте
Радий Хәбиров төбәктә законһыҙ рәүештә алкоголь эсемлектәр менән һатыу итеүселәргә көрәш иғлан итте

Башҡортостанда законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлектәр менән һатыу итеүселәргә көрәш иғлан ителде. Урындарҙа ялған алкоголь эсемлектәр менән иркен сауҙа итәләр.Радий Хәбиров тәүге профилактик рейд һөҙөмтәләре менән уртаҡлашты. Тикшереү эштәре Әбйәлил районында башлана. Сара барышында, законһыҙ рәүештә һатыу иткән ун өс нөктә эшмәкәрлеге туҡтатылды.

Төбәк Башлығы билдәләүенсә, бындай һатыусылар үҙ халҡының киләсәгенә аяҡ сала. Шуға күрә, бындай күренеште төҙәтеү мөһим.

Спутник FM
Новости партнеров
GAUGA