Сибай карьерын һыу менән тултырыу эше ай дауамында барасаҡ

Сибай карьерын һыу менән тултырыу эше ай дауамында барасаҡ https://bash.news/news/88963_sibaj_kareryn_yu_menn_tultyryu_eshe_aj_dauamynda_barasa
29 ғин 2019, 15:21

Бөгөн Сибайҙа ҡала карьерына бәйле хәл буйынса оператив кәңәшмә үтә. Ултырышта Төбәк Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнаша. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, урында айҙан ашыу юғары әҙерлек режимы һаҡлана.

Сибай карьерын һыу менән тултырыу эше ай дауамында барасаҡ
Сибай карьерын һыу менән тултырыу эше ай дауамында барасаҡ

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы етәксеһе Йәүҙәт Биккинов белдереүенсә, эҙемтәләрҙе бөтөрөү эше планға ярашлы бара. Карьерҙың көньяҡ өлөшөнә 200 мең куб балсыҡ, 2000 куб ләм ауҙарыла һәм 4 мең куб һыу тултырыла.

1 февралдән карьерҙы һыу менән тултырыу эше башлана. Эште тикшереү маҡсатында, тәүҙә һыу яйлап биреләсәк. Әгәр ҙә окисләнеү яйлаһа, карьер һыу менән тултырыласаҡ. Өс елләткес, ике видеокүҙәтеү ҡоролмаһы урынлаштырыла. Онлайн режимда карьерҙа барған эштәр менән танышырға мөмкин. Техник яҡтан карьерҙы һыу менән тултырыу ауыр, әммә был эште атҡарып сығырға мөмкин.

Йәүҙәт Биккинов

Карьерҙы өлөшләтә һыу менән тултырыу беренсе февралдән башлана. Был эштәргә бер ай ун көн ваҡыт сарыф ителәсәк. Тәүлегенә 10 мең кубометр һыу бүленәсәк. Билдәләнгән ваҡыт эсендә шахтаға яҡынса 400 мең кубометр һыу тултырыласаҡ. Тик, Биккинов һүҙҙәренсә, карьерҙы һыуҙан таҙартҡандан һуң, окисләнеү процесы ҡабаттан барлыҡҡа килеүе мөмкин.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, Сибайҙағы хәл ныҡлы уйлап эш итеүҙе талап итә.

1 февралдә эште башлайыҡ.Проект сиктәрендә, 20 мартҡа 100% һөҙөмтә көтәм.

Радий Хәбиров

Спутник FM
Новости партнеров
GAUGA