Әбйәлил районында бер тәүлек эсендә 13 урында законһыҙ спиртлы продукция һатыу осрағы теркәлгән

Әбйәлил районында бер тәүлек эсендә 13 урында законһыҙ спиртлы продукция һатыу осрағы теркәлгән https://bash.news/news/88987_bjlil_rajonynda_ber_tlek_esend_13_urynda_zakony_spirtly_produkciya_atyu_osray_terklgn
29 ғин 2019, 21:44

Был эштең башы ғына. Яҡын көндәрҙә төбәктә иҫерткес эсемлек һатыусылар демонстратив рәүештә ҡаты иҫкәртеләсәк. Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итте.

Хоҡуҡ боҙоуҙар Асҡар, Ишҡол, Урал, Михайловка, Тупаҡ, Атауҙы, Рауил, Зеленая Поляна ауылдарында теркәлгән. Һуңғы ауылдағы кафела акциз маркаһы булмаған суррогат алкоголь һатылыуы асыҡланған. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса 13 административ эш асылған.

Әбйәлил районында бер тәүлек эсендә 13 урында законһыҙ спиртлы продукция һатыу осрағы теркәлгән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Когда отремонтирую ваш подъезд