Сибай ҡалаһында противогазда уйнап йөрөгән балалар ысынбарлыҡҡа тап килмәй

Сибай ҡалаһында противогазда уйнап йөрөгән балалар ысынбарлыҡҡа тап килмәй https://bash.news/news/88988_sibaj_alaynda_protivogazda_ujnap_jrgn_balalar_ysynbarlya_tap_kilmj
29 ғин 2019, 21:46

Сибай ҡалаһы халҡының экологик хәлгә ҡағылышлы ижадына хайран ҡалырға мөмкин. Сөнки ҡайһы бер кешеләр туҙға яҙмаған күҙәтеүҙәре менән ысынбарлыҡ тормошто ялған итеп күрһәтергә маташа. Яңыраҡ социаль селтәрҙәргә һалынған видеояҙма интернет ҡулланыусыларҙа ҙур бәхәс тыуҙырҙы.

Авторҙарҙың береһе тауҙан шыуып йөрөгән балаларына противогаз кейҙереп кеҫә телефонына төшөргән. Киң мәғлүмәт саралары был яңылыҡҡа шунда уҡ сат йәбеште. Әммә шаян яҙманының шул тиклем резонанс тыуҙырырын оператор башына килтермәй. Шуның өсөн дә уға ысынбарлыҡҡа тап килмәгән мәғлүмәтте кире ҡағырға тура килгән. Бының өсөн ул шул уҡ уйнап йөрөүсе балаларҙы бер ниндәй һаҡланыу сараларһыҙ төшөргән.

Руслан Көмөшҡолов, видеояҙма авторы: “Шул тиклем реакция булыр тип көтмәгәйнем. Был хәлде иң тәүҙә үҙебеҙ өсөн генә төшөрөп, көлөшөп алырға уйлағайныҡ. Әммә интернетҡа һалынғас ул киң таралыу алды. Сибайҙағы экологик хәл һаулыҡҡа бер аҙ тәьҫир итеүен итә. Шуға ҡарамаҫтан барыһы ла яҡшы”.

Автор: Илдар Байбулатов.

Сибай ҡалаһында противогазда уйнап йөрөгән балалар ысынбарлыҡҡа тап килмәй

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа