Өфөлә маршрут автобусы аварияға эләгеү һөҙөмтәһендә бер кеше йәрәхәтләнгән

Өфөлә маршрут автобусы аварияға эләгеү һөҙөмтәһендә бер кеше йәрәхәтләнгән https://bash.news/news/88989_fl_marshrut_avtobusy_avariyaa_elge_mtend_ber_keshe_jrxtlngn
29 ғин 2019, 21:46

Юл-транспорт ваҡиғаһы Зәки Вәлиди Яңы күпер урамдары киҫелешендә теркәлде. Инспекторҙар әйтеүенсә, ҡазаға Зәки Вәлиди урамынан һулға боролған "Субару Аутбек" автомобиле сәбәпсе булған. Ул Дим биҫтәһенә табан хәрәкәт иткән йәмәғәт транспортын үткәрмәгән. Һөҙөмтәлә маршрут автобусы юл билдәһенә төртөлгән.

Аварияла шулай уҡ "Субару" менән "Мерседес" автомобилдәренә зыян килгән. Автобус салонындағы 15 пассажирҙың береһе йәрәхәтләнгән. 257 К маршрутының законлы нигеҙҙә эшләүе билдәле. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙары һауа торошона бәйле юлда икеләтә иғтибарлы булырға саҡыра. Еңелсә яуып үткән ҡар һәм боҙлауыҡ юлдарҙа транспорт хәрәкәтен ҡатмарлаштыра.

Тимур Мөхәмәтйәнов, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе: “Был авария йәнә бер тапҡыр Өфөнөң йәмәғәт транспорты системаһында тәртип урынлаштырыу буйынса ҡәтғи саралар күрергә кәрәклеге тураһында һөйләй. Күреүебеҙсә, был хәл еңел автомобиль юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен инҡар итеүе һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан. Өфөнән Дим биҫтәһенә юлланған автобус салонында 15 кеше булған. Уларҙың барыһы ла иҫән. Бер кеше әле табиптар күҙәтеүендә. Транспорт компанияһы иңендәге барлыҡ страховка йөкләмәләре тулы кимәлдә үтәләсәк”.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Өфөлә маршрут автобусы аварияға эләгеү һөҙөмтәһендә бер кеше йәрәхәтләнгән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд