Башҡортостан крәҫтиән-фермерҙары үҙҙәре етештергән продукцияны республикаға сығара

Башҡортостан крәҫтиән-фермерҙары үҙҙәре етештергән продукцияны республикаға сығара https://bash.news/news/88990_bashortostan_krtinfermerary_re_eteshtergn_produkciyany_respublikaa_syara
29 ғин 2019, 21:47

Хәйбулла районы кибет кәштәләрендә әгәр ҙә быға тиклем һөт, ит продукциялары башлыса сит төбәк фермерҙарыныҡы булһа, хәҙер үҙҙәре етештергән аҙыҡ-түлек тә һатыуға сығарыла. Районда уңышлы эшләп килгән крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының береһе урында уҡ итте эшкәртер өсөн цех асып, әҙер ит продукцияһы менән сауҙа итергә лавка асҡан.

Бер сменала 60 килограммдан ашыу билмән бөрөлә. Цехта биш кеше, был күләмде ҡамырҙы ҡулдан йәйеп, ни тиклем оҫта булғанда ла, тултырырмын тимә. Хәйбулла ҡатын-ҡыҙҙарына автоматлаштырылған, ҡеүәтле техника ярҙамға килә.

Нурия Ғәйнетдинова, цех хеҙмәткәре: “Ҡамыр өйҙәге кеүек үк. Он, йомортҡа, тоҙ һәм һыу ҡушып ҡамырҙы әҙерләп, махсус ҡоролмаға һалабыҙ. Билмәндән тыш беҙ ярымфабрикаттар, тутырма, ҡаҙы ла әҙерләйбеҙ”.

Ит лавкаһы район үҙәге Аҡъярҙа өс йыл элек асыла. Ошо ваҡыт эсендә етештереүселәрҙең үҙ һатып алыусылары артыу менән продукция ла ярайһы уҡ төрләнгән: ҡулдан ҡырҡылған һалма, шешлек. Кибет кәштәләре көн аҙағында бушап, яңы ит ризыҡтары менән тулылана.

Әлфирә Тәүелбаева, цех хеҙмәткәре: “Манты эшләйбеҙ картуфтан ғына түгел, ә кәбеҫтәнән дә. Халыҡ бик яратып ала. Беҙҙең продукцияның уңышы бөтәһе лә таҙа иттән эшләнә, бер нимә лә ҡушылмай, химикаттар юҡ”.

Власенколарҙың яратҡан шөғөлө мул табыш алыу сығанағына әйләнгән. Хәҙер ғаилә бизнесы төбәктә йәшәгән халыҡты яңынан-яңы эш урындары менән тәьмин итә. Хужалыҡ етәксеһе киләсәктә мал башын арттырып, Аҡъярҙа тағы ла бер кибет асыу, үҙ сауҙа нөктәләләрен Өфөлә лә булдырыу маҡсатын ҡуя.

Автор: Фәниә Юланова.

Башҡортостан крәҫтиән-фермерҙары үҙҙәре етештергән продукцияны республикаға сығара

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна