Туймазы ҡалаһында 100 урынлыҡ балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылды

Туймазы ҡалаһында 100 урынлыҡ балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылды https://bash.news/news/88992_tujmazy_alaynda_100_urynly_balalar_basay_fajalanyua_tapshyryldy
29 ғин 2019, 21:48

Республиканың 100 йыллығына Туймазыларға ҙур бүләк. Ҡаланың Сулпан-2 микрорайонында 100 урынлыҡ балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылды. Юбилей объекты дәүләт һәм шәхси партнерлыҡ сиктәрендә төҙөлгән. Балалар баҡсаһы республика етәксеһе Радий Хәбиров ярҙамында заманса ҡорамалдар, уйын майҙансыҡтары менән йыһазландырылған.

Туймазы ҡалаһының Сулпан-2 микрорайонында күп ҡатлы биш йорт төҙөлгән. Унда 600 кеше фатир туйлаған. Йәш белгестәргә льготалы торлаҡ һатып алыу мөмкинлеге булдырылған. Мәктәпкәсә йәштәге балалар тәрбиәләгән ғаиләләр ҙә күп. Шуға күрә лә балалар баҡсаһы төҙөлөүе бында йәшәүселәр өсөн күптән көтөлгән ваҡиға.

Алмаз Фәррәхов, Сулпан-2 биҫтәһендә йәшәүсе: “Мәктәпкәсә мәғариф учреждениеһы асылыуын көн һайын тигәндәй ҡарап, көтөп йөрөнөк. Беҙҙең ғаиләлә өс бала, уртансыбыҙ ошо балалар баҡсаһына йөрөй”.

Мәктәпкәсә йәштәге мәғариф учреждениеһы файҙаланыуға тапшырылыу менән баҡсаға сират тороусылар бер аҙ кәмегән. Яңы биҫтәне социаль яҡтан үҫтереүгә лә ҙур иғтибар бүленәсәк. Шулай уҡ бөтә уңайлыҡтар булдырылып, мәктәп һалыу күҙаллана.

Илфир Миңлебаев, төҙөлөш ойошмаһы етәксеһе: “Халыҡтың һорауы буйынса артабан да социаль объекттар төҙөүҙе дауам итәсәкбеҙ. Беренсе сиратта беҙ заманса мәктәп төҙөргә иҫәпләйбеҙ”.

Инженер селтәрҙәре, спорт майҙансығы ла биҫтәгә заманса төҫ өҫтәй. Яҡын киләсәктә беренсел ашығыс ярҙам күрһәтеү кабинеты ла эшләй башлаясаҡ. Саҡрым ярымдан ашыу урамдарҙы яҡтыртыуға 340 меңдән ашыу аҡса йүнәлтелгән.

Айҙар Суфиянов, Туймазы районы хакимиәте башлығы: “Биҫтәне яҡтыртыу бурысына етди ҡараныҡ. Яҡтыртыу ҡорамалдары заманса һәм отошло. Тәү сиратта урамдар һәм йорт алды, ә икенсе этапта балалар баҡсаһына инеү юлдары яҡтыртылды”.

Туймазыла быйыл да социаль объекттар төҙөү темпы кәмемәйәсәк. Балалар поликлиникаһы, Дуҫлыҡ ауылында балалар баҡсаһы һәм физкультура-һауыҡтырыу үҙәге файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Автор: Гүзәл Борханова.

Туймазы ҡалаһында 100 урынлыҡ балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество Банер уфимская волна