Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә театр һөйөүселәр клубы ойошторолдо

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә театр һөйөүселәр клубы ойошторолдо https://bash.news/news/88993_strletama_dlt_teatrkoncert_berlshmend_teatr_jselr_kluby_ojoshtoroldo
29 ғин 2019, 21:49

Театр йылы сиктәрендә барлыҡҡа килгән ойошмала тәүге ултырыш үтте. Театр ул - яҡтылыҡҡа, нурға илтеүсе. Башҡорт театр сәнғәтенә битараф булмаған фекерҙәштәребеҙ булғанда, ижад майҙаны гөрләп торор, киләсәгебеҙ ҙә ышаныслы булыр, ти клуб вәкилдәре. Сөнки башҡорт театрының бөгөнгө төп миссияһы - милли мәҙәни мөхит булдырыуға, тыуған телде һаҡлауға ҡайтып ҡала.

Ултырышта киләсәккә төп маҡсаттар күҙалланды, теләк-тәҡдимдәр ҡаралды, яңы премьералар, халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнашыу, гастролдәр планлаштырылды. Ойошма ағзалары киләһе театр миҙгелендә “Иң әүҙем тамашасы” номинацияһын булдырырға тәҡдим итте.

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә театр һөйөүселәр клубы ойошторолдо

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа