Башҡортостанда Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты менән тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһының уртаҡ рейды үтте

Башҡортостанда Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты менән тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһының уртаҡ рейды үтте https://bash.news/news/89005_bashortostanda_djm_rsj_xaly_fronty_menn_tbitte_alau_prokuraturayny_urta_rejdy_tte
29 ғин 2019, 23:47

Иғтибар үҙәгендә төҙөлөш ҡалдыҡтары, бетон һәм кирбес онтаҡтарын һаҡлау урындары. Өфө эргәһендәге Жилин ауылында йәшәүсе бер төркөм халыҡ һуңғы осорҙа тыныслығын юғалтҡан. Улар йәшәгән йорттар эргәһендә рөхсәтһеҙ төҙөлөш ҡалдыҡтары полигоны барлыҡҡа килгән.

Кирилл Шернин, Жилин ауылының инициатив төркөмө ағзаһы: “Кәртәһе булмағас ер участкаһының сиктәре лә билдәһеҙ.Төҙөлөш ҡалдыҡтарының тәғәйенләнеше, хәүефе тураһында ла мәғлүмәт юҡ. Бәлки, был кирбес онтаҡтары химия предприятиеһынан сығарылғандыр. Беҙҙең һулар һауабыҙҙы ағыулайҙыр. Шуға ла әле ер майҙаны хужаһын, йәмәғәтселек вәкилдәрен һәм тәртип һаҡлау органдарын саҡырҙыҡ”.

Ер майҙаны хужаһы төҙөлөш менән шөғөлләнә. Кирбес һәм бетон онтаҡтарын ул яҙғы, йәйге осорға әҙерләп ҡуйҙым тип аҡлана. Жилин ауылы һаҙлыҡта урынлашҡан. Шуға ла яҙ еттеме күптәр бында ихаталарына төҙөлөш ҡалдыҡтарын түшәй. Инициатив төркөм ағзаларын хафаға һалған рөхсәтһеҙ полигонға ла улар юлдарҙы төҙөкләндереү маҡсатында килтергән.

Роберт Фәрүәзов, төҙөлөш ҡалдыҡтары һаҡланған биләмә хужаһы: “Был эштән ниндәйҙер табыш алыу маҡсаты юҡ. Төҙөлөш ҡалдыҡтарын яҙға сыҡҡас ауылыбыҙҙың юлына түшәргә ине ниәт”.

Жилин ауылы биләмәһендә төҙөлөш ҡалдыҡтарын һаҡлау урыны менән йәмәғәтселек вәкилдәренән тыш тәртип һаҡлау органдары ла ҡыҙыҡһынды. Осраҡ буйынса тикшереү үткәрелә.

Урал Буйҙаҡов, Башҡортостан район-ара тәбиғәтте һаҡлау прокуроры ярҙамсыһы: “Тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы рөхсәтһеҙ төҙөлөш ҡалдыҡтарын урынлаштырыу осрағы буйынса тикшереү иғлан итте. Уның барышында был эшкә ҡағылышлы кешеләр асыҡланасаҡ. Хоҡуҡ боҙоуға физик шәхес ҡағылышлы булһа эш тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағына, ойошмалар башҡарһа тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы тарафынан ҡараласаҡ”.

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре иһә мәсьәлә Жилин ауылы менән генә сикләнмәй тигән ҡарашта. Өфө тирәһендә генә төҙөлөштәрҙән сығарылған сүп-сар түгелгән 400-ләп урын иҫәпләнә тип билдәләй улар. Йәмәғәтселек вәкилдәре фекеренсә, тирә-яҡ мөхитте бысратыусылар ҡануниәттәге етешһеҙлектәр менән файҙалана.

Морат Шафиҡов, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты "Генераль уборка" проектының башҡортостан буйынса координаторы: “Әле был өлкә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары тураһындағы закон ҡарамағына эләкмәй. Йыһандан төшөрөлгән фотоһүрәттәрҙән күренеүенсә, Өфө тирәләй генә ошонда 400-ҙән ашыу урын бар. Өфөлә һәм баш ҡала тирәһендә әүҙем төҙөлөш бара, тимәк, ҡалдыҡтар ҙа күпләп сығарыла. Уларҙың байтаҡ өлөшө рөхсәтһеҙ асылған полигондарға сығарыла. Ҡыҙғанысҡа, был күренеш закон тарафынан бер нисек тә көйләнмәй”.

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ағзалары мәсьәләгә артабан да даими иғтибар бүлергә килеште. Тирә-яҡ мөхит таҙалығын тәьмин итеү тәү сиратта йәшел планетабыҙҙы киләсәк быуындарға еткереү өсөн мөһим тигән фекерҙә улар.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Башҡортостанда Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты менән тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһының уртаҡ рейды үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна