Коллекторҙар сит кеше бурысы өсөн ярты йыл Өфө йәшәүсеһен интектергән

Коллекторҙар сит кеше бурысы өсөн ярты йыл Өфө йәшәүсеһен интектергән https://bash.news/news/89006_kollektorar_sit_keshe_burysy_sn_yarty_jyl_f_jshseen_intektergn
29 ғин 2019, 23:56

Сит кешенең бурысы өсөн Марат Әнғәмовты коллекторҙар ярты йыл буйы эҙәрлекләй. Һөҙөмтәлә ойошма үҙе хәҙер штраф түләргә тейеш. Бәйһеҙ ҡыланған коллекторҙарҙың эшмәкәрлегенә нисек сик ҡуйырға? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап беҙҙең сайтта.

Коллекторҙар Марат Әнғәмовты ярты йыл буйы ҡаңғырта. Башҡа кешенең бурысы өсөн. Һуңынан асыҡланыуынса, банктан аҡса алып кире ҡайтармаусы уның хеҙмәттәше булып сыҡҡан.

Марат Әнғәмов: “Көнө буйы шылтыратып шул бурыслы кешене табырға ҡуштылар. Аҡса һораманылар”.

Аҡса таптырмағандар. Шулай ҙа Марат Әнғәмов был ғәҙелһеҙлеккә сик ҡуйыр өсөн һәм үҙенең ғәйепһеҙ икәнлеген иҫбатлар өсөн 8 меңен түләгән. Суд приставтары аша коллектор ойошмаһының эшмәкәрлеге тикшерелгән һәм уларҙың хоҡуҡ боҙоуы раҫланған.

Зәлиә Әҙершина, Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы өлкән белгесе: “Был осраҡ буйынса протокол төҙөлдө. Коллектор ойошмаһы 50 мең һум күләмендә штраф түләргә тейеш”.

Рәсәйҙә коллекторҙар ойошмалары ҡулланыусылар кредиты менән файҙаланыу үҫешкәндән алып күбәйҙе. Сөнки банктан һәм микрозайм ойошмаларынан бурысҡа аҡса алыу бер тин дә тормай. Ә кире ҡайтарыу мең бәләгә әйләнә. Граждандарҙан аҡсаны кире ала алмаусыларҙан мәғлүмәт коллекторҙарға эләгә. Ә улар күп уйлап тормай. Хатта, адрес буйынса суҡмар менән килеп етә. Был интернеттағы видеояҙма. Шулай уҡ офисҡа инеп туҡмап китәләр... Бурыслының яҡындарына янайҙар...ҡурҡыталар..

Уларҙың бандиттарса эшмәкәрлегенә сик ҡуйыу маҡсатында, һуңғы йылдарҙа законға үҙгәрештәр ҙә индерелде. Коллекторҙарға хәҙер көнө-төнө аҡса талап итергә ярамай.

Коллекторҙар ошондай тауышлы смс хәбәрҙе көнөнә ике тапҡыребәрә ала һәм бер тапҡыр шылтырата ала. Артһа, закон боҙоу һәм уларҙың үҙҙәренә ялыу яҙырға кәрәк хоҡуҡ органдарына. Ә эш телефонына шылтыратһалар бурыслыны таптырырға түгел, мәғлүмәтте еткереүҙе генә һорай алалар.

Ҡанун буйынса эшләгән коллекторҙарҙың реестры бар. Әле улар 200 ойошманан ашыу. Исемлеккә инмәгәндәре, лицензияһыҙ аҡса талау менән шөғөлләнә икән, 2 миллион һум күләмендә штраф һалына. Былтыр ғына суд приставтарына 400 мөрәжәғәт булған. Приставтар һорауҙарҙы ҡыҙыу линияла ла ҡабул итә. Уларҙы экранда күрһәтелгән 8 (347) 273-71-49 телефон һандары буйынса эш ваҡытында бирергә мөмкин.

Коллектор ойошмалары бөтөнләй булмаҫ ине. Әгәр һәр кем бурысын ваҡытында биреп барһа һәм уны ҡайтармаған өсөн пеня күләме ҙур булмаһа. Бер юлы дүрт -биш кредит алып һаҙлыҡҡа батыусылар күп. Депутаттар ярҙам итмәксе. Быйыл июлдән һәм киләһе йылдың ғинуарынан законда үҙгәрештәр көтөлә.

Зариф Байғусҡаров, Дәүләт Думаһы депутаты: “Әгәр кеше 10 мең һум кредит алһа, пенялар менән 100 меңгә етеүе мөмкин. Беҙ законда шул күләмде арттырмай мәҫәлән 15 мең тирәһендә ҡалдырырға тәҡдим итәбеҙ”.

Банк тупһаһы аша атлап үткәндә "Инереңдән алда сығырыңды уйла" тигән халыҡ әйтемен иҫтә тотоу артыҡ булмаҫ. Сөнки, туҡмаҡтың башы беҙҙең видеояҙма геройы һымаҡ бөтөнләй ғәйепһеҙ кешеләргә төшөүе бар.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Коллекторҙар сит кеше бурысы өсөн ярты йыл Өфө йәшәүсеһен интектергән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA