Өфөлә рөхсәтһеҙ рекламаны асыҡлау өсөн рейд ойошторолдо

Өфөлә рөхсәтһеҙ рекламаны асыҡлау өсөн рейд ойошторолдо https://bash.news/news/89007_fl_rxste_reklamany_asylau_sn_rejd_ojoshtoroldo
30 ғин 2019, 00:01

Ҡала йөҙөн боҙа һәм уның халҡына ҡамасаулай. Өфөнөң йәмәғәт именлеген һаҡлау хеҙмәткәрҙәре рөхсәт ителмәгән урындарға иғлан-белдереүҙәр йәбештереүселәрҙе асыҡлауға йүнәлтелгән рейдҡа сыҡты.

Эш урындары, ҡуртымға фатир йәки түбән процентлы кредит. Бөгөн төрлө йүнәлешле иғландарҙы баш ҡала урамдарында аҙым һайын осратырға мөмкин. Өфө хеҙмәттәре уларға ҡаршы даими көрәш алып бара. Әммә туҡталыш һәм бағаналарҙағы рекламалар юҡ ителеү менән шунда уҡ яңылары барлыҡҡа килә.

Рейд барышында инспекторҙар иғлан йәбештереп йөрөүсе Артур исемле егетте туҡтатты. Законһыҙ эшмәкәрлек алып барғаны өсөн уға хәҙер 500 һум күләмендә штраф түләргә тура киләсәк. Яуаплылыҡҡа шулай уҡ үҙ хеҙмәттәрен тәҡдим итеүсе ойошманың хужаларын да тарттырыу ҡаралған.

Автор: Илдар Байбулатов.

Өфөлә рөхсәтһеҙ рекламаны асыҡлау өсөн рейд ойошторолдо

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа