Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығында һанлы системаға күсеү буйынса уҡыуҙар ойошторолдо

Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығында һанлы системаға күсеү буйынса уҡыуҙар ойошторолдо https://bash.news/news/89008_bashortostan_auyl_xuzhalyy_ministrlyynda_anly_sistemaa_kse_bujynsa_uyuar_ojoshtoroldo
30 ғин 2019, 00:02

Ауыл хужалығын заманса технологияға күсереү бөтә тармаҡтарҙа ла бара, техникаға Глонасс системаһы ҡуйыла, электрон ветеринар сертификаттар индерелә, хатта малдарҙы роботтар хеҙмәтләндерә башлаған хужалыҡтар бар. Белгестәр әйтеүенсә, әле район вәкилдәре уҡытыла, был юлы дәрестәргә аграр тармаҡ өсөн яуаплы хакимиәт башлыҡтары урынбаҫарҙары саҡырылған.

Осрашыуҙа билдәләнеүенсә, заманса алымдарҙы үҙләштереү тармаҡ үҫеше өсөн бик мөһим. Был донъяның төрлө мөйөштәрендәге алдынғы ысулдарҙы үҙебеҙҙә ҡулланыу, эштең һөҙөмтәлелеген арттырыу мөмкинлеге бирә. Һанлы системаларға күсеү бөгөн көнүҙәк талап.

Ирек Сураҡов, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары: “Йыһан менән бәйләнештәге системалар индерелә. Яңы система менән эщләргә өйрәтер өсөн уҡыуҙар ойошторабыҙ".

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығында һанлы системаға күсеү буйынса уҡыуҙар ойошторолдо

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество