Башҡортостан фермерҙарына консультатив ярҙам ойошторола

Башҡортостан фермерҙарына консультатив ярҙам ойошторола https://bash.news/news/89009_bashortostan_fermeraryna_konsultativ_yaram_ojoshtorola
30 ғин 2019, 00:03

Шаран районы фермерҙары тармаҡ алдында торған мәсьәләләрҙе һәм үҫеш юлдарын өйрәнде. Районда 96 фермер хужалығы, 5 ауыл хужалығын етештереү предприятиһы эшләй, 55 хужалыҡ малсылыҡ менән үҫемселекте бергә алып бара. 5 ауыл хужалығы предприятиеһы 3 миллион һум күләмендә грант алған. Ғаилә фермаһы йүнәлешен һайлаусылар ҙа ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ, тип билдәләнде конференцияла.

Шаран фермерҙары сифатлы продукция етештереүҙе һәм ауыл хужалығы кооперативтарын һөҙөмтәле эшләүен маҡсат итеп ҡуя. Районда баҡсасылыҡ, һөт етештереү, хеҙмәттәр күрһәтеү сфералары киң үҫеш алған. Киләсәктә лә был өлкәләр табышлы эшләйәсәк, ә грант алған хужалыҡтар һәм кооперативтар аҡсаны тиненә тиклем маҡсатлы тотонасаҡ.

Альберт Минлин, Шаран районы мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры: “Яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙам күрһәтәбеҙ, ә ғаилә фермаһын асырға теләүселәр ҙә етерлек, уларҙы ғариза яҙғандан алып барлыҡ документация тултырғансы консультациялар үткәрәбеҙ”.

Автор: Гүзәл Борханова.

Башҡортостан фермерҙарына консультатив ярҙам ойошторола

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд