«Салауат Юлаев» хоккейсылары «Йокерит» клубынан 4-1 иҫәбе менән еңелде

«Салауат Юлаев» хоккейсылары «Йокерит» клубынан 4-1 иҫәбе менән еңелде https://bash.news/news/89010_salauat_yulaev_xokkejsylary_jokerit_klubynan_41_ibe_menn_eelde
30 ғин 2019, 00:03

Юлаевсылар икенсе уйын рәттән отолорға мәжбүр булды. Уңышһыҙлыҡтың сәбәбен көйәрмәндәр плей-оффҡа сығыу тураһында һөйөнөслө хәбәр менән бәйле булыуы ихтимал тигән фекерҙә. Сөнки Ҡытайҙағы еңеүҙәрҙән һуң Николай Цулыгин тәрбиәләнеүселәрен бөтөнләй танырлыҡ түгел.

Бөгөн дә юлаевсылар Финляндиянан килгән дәғүәселәренә әллә ни ҙур ҡаршлыҡ күрһәтә алманы. Һөҙөмтәлә улар ҡунаҡтар индергән 4 шайбаға бер гол менән яуап ҡайтара алды. Берҙән-бер мәрәйҙе үҙ иҫәбенә Йоонас Кемппайнен яҙҙы. Киләһе осрашыуын Башҡортостан командаһы икенсе февралдә үткәрә. Был көндө Өфөгә Хабаровскиҙың "Амур" клубы килә.

«Салауат Юлаев» хоккейсылары «Йокерит» клубынан 4-1 иҫәбе менән еңелде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна