Республикала муниципалитет етем балаларҙы йортһоҙ ҡалдыра

Республикала муниципалитет етем балаларҙы йортһоҙ ҡалдыра https://bash.news/news/89016_respublikala_municipalitet_etem_balalary_jorto_aldyra
30 ғин 2019, 10:01

Бөрөлә 23 етем бала фатир ала алмай. Прокуратура тикшереүенән һуң, балалар торлаҡ менән тәьмин ителә.

Республикала муниципалитет етем балаларҙы йортһоҙ ҡалдыра
Республикала муниципалитет етем балаларҙы йортһоҙ ҡалдыра

Законға ярашлы, етем балалар уҡыуҙы тамамлағандан һуң, йәшәү урыны менән тәьмин ителергә тейеш. Быға ҡарамаҫтан, бер нисә йыл дауамында 23 етем бала торлаҡлы була алмай. Улар фатирҙы ҡуртымға алып йә иһә туғандарында йәшәргә мәжбүр була. Үҙ хоҡуҡтарын яҡлап, улар прокуратураға мөрәжәғәт итә.

Суд ҡарары буйынса, муниципалитет етем балаларҙы йәшәү урыны менән тәьмин итергә бурыслы.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна