Башҡортостанда эшһеҙлек кимәле түбәнәйгән

Башҡортостанда эшһеҙлек кимәле түбәнәйгән https://bash.news/news/89019_bashortostanda_eshelek_kimle_tbnjgn
30 ғин 2019, 14:17

Республикала эшһеҙлек кимәле ике тапҡырға түбәнәйә. 2018 йылда яҡынса 11 мең кеше эш урынын юғалта, 2017 йылда- яҡынса 24 мең кеше. Был хаҡта Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы хәбәр итә.

Башҡортостанда эшһеҙлек кимәле түбәнәйгән
Башҡортостанда эшһеҙлек кимәле түбәнәйгән

2017 йыл менән сағыштырғанда, Башҡортостанда эшһеҙлек кимәле 5,6%-тан 4,9%-ҡа тиклем кәмей. Яҡынса биш мең кеше яңы эшкә урынлаша. 700 хеҙмәткәрҙе хаҡлы ялға оҙаталар.

Яҡынса 4 мең хеҙмәткәр ойошмаларҙа тулы булмаған көн дауамында эшләй. Бынан тыш, ете мең хеҙмәткәр эш урынһыҙ тороп ҡалыу хәүефе аҫтында.

Фото: Интернет.

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа