Башҡортостанда енәйәт төркөмө ҡулға алына

Башҡортостанда енәйәт төркөмө ҡулға алына https://bash.news/news/89022_bashortostanda_enjt_trkm_ula_alyna
30 ғин 2019, 10:51

Өфө районында енәйәт төркөмө ҡулға алына. Улар бер нисә тапҡыр һыу һатыу ҡоролмаларынан аҡса урлауҙа ғәйепләнә.

Башҡортостанда енәйәт төркөмө ҡулға алына
Башҡортостанда енәйәт төркөмө ҡулға алына

Ғәйепләнеүселәр иңендә- сафтан сығарылған ете ҡоролма. Ғинуар айында һыу менән һатыу итеү ҡоролмаларынан аҡса урланыуы тураһында хәбәр алына. Енәйәтселәр аҡса урлап ҡына алмай, улар ҡыйбатлы ҡоролманы сафтан сығара.

Осраҡ буйынса өс егет ҡулға алына, уларҙың береһе-балиғ булмаған. Иң олоһона 23 йәш, ул быға тиклем дә хөкөм ителгән була. Улар аппаратты лом менән боҙа. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество Банер уфимская волна