Өфөлә «Инцидент» системаһы ярҙамында мәктәп кабинеттары йылытыла

Өфөлә «Инцидент» системаһы ярҙамында мәктәп кабинеттары йылытыла https://bash.news/news/89065_fl_incident_sistemay_yaramynda_mktp_kabinettary_jylytyla
30 ғин 2019, 21:59

117-се мәктәп ярты быуат самаһы элек төҙөлгән. Әле бында ике меңгә яҡын бала белем ала. Өҫтөнлөк сит телдәрҙе өйрәнеүгә бирелгән. Икенсе синыфтан уҡ бында инглиз, артабан немец һәм француз телдәре уҡытыла. Тәжрибәле уҡытыусылар коллективы тупланған. Бина ғына ваҡыт үтеү менән таушала төшкән.

Әлфиә Мәмбәтова 117-се мәктәптең ата-әсәләр комитеты ағзаһы. Ҡыҙы белем усағының икенсе синыфында уҡый. Ҡышҡы каникулдан һуң ул синыф бүлмәләренең һыуыҡлығын тойоп социаль селтәрҙә фекер ҡалдыра.

Әлфиә Мәмбәтова, Өфөнөң 117-се урта мәктәбенең ата-әсәләр комитеты ағзаһы: “16 ғинуарҙа мин яҙҙым бер нисә көндән һуң миңә яуап килде. Мәсьәлә хәл ителде тип. Әлегә синыфта ремонт эшләйҙәр”.

Әлфиә ханымдың социаль селтәрҙәге мөрәжәғәте көтмәгәндә иғтибарға алына. Һыуыҡ синыфта стеналарҙы йылытыу буйынса өҫтәлмә саралар күрергә ҡушыла. Йылытыу материалдары һатып алынған. башланғыс синыф уҡыусылары уҡыған 310-сы бүлмәлә ремонт эштәре башланып тора. Хеҙмәткәрҙәр уны аҙна аҙағына тамамларға иҫәп тота.

117-се мәктәп ярты быуат самаһы элек төҙөлгән. Әле бында ике меңгә яҡын бала белем ала. Өҫтөнлөк сит телдәрҙе өйрәнеүгә бирелгән. Икенсе синыфтан уҡ бында инглиз, артабан немец һәм француз телдәре уҡытыла. Тәжрибәле уҡытыусылар коллективы тупланған. Бина ғына ваҡыт үтеү менән таушала төшкән. Шулай ҙа синыфтарҙа температура талап ителгән нормаларҙан түбән төшкәне юҡ, ти белем усағы вәкилдәре. 2-се" Г "синыфы уҡыусыларының да кәйефе көр. Көтмәгәндә улар уҡыған бүлмә яңыртыла.

Вәғиз Ғиндуллин, 2-се "Г" синыфы уҡыусыһы: “Тепло мы в обычной школьной форме ходим. даже кто то кофту одевает, кто нет”.

Әммә 117-се мәктәптәге мөрәжәғәт иғтибар үҙәгендә ҡала. Проблема системанан тулыһынса хәл ителгәндән һуң ғына төшөп ҡала.

Диана Ихсанова, Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең социаль селтәрҙә халыҡ мөрәжәғәттәре буйынса эшсе төркөм хеҙмәткәре: “20 февралгә тиклем иң һыуыҡ стенаны гипсокартон менән йылытырға тейештәр. Шунан һуң ғына был инциндентты беҙ ябасаҡбыҙ”.

Өфөнөң Совет районына ҡараған йәнә бер белем усағы - 115-се гимназияла ла оҡшаш хәл. Ҡышҡы каникулдан һуң ата-әсәләр комитеты вәкилдәре синыфтарҙың һалҡын булыуына борсолоу белдереп, социаль селтәр аша республика етәкселегенә мөрәжәғәт иткән.

Лилиә Булатова, Өфөнөң 115-се гимназияһының ата-әсәләр комитеты рәйесе: “Ата-әсәләр республика етәксеһенә яҙғандан һум мәсьәлә бик тиҙ хәл ителде. Әле синыфтар йылы, балалар өшөмәй”.

115-се гимназия урынлашҡан бина ла 50 йыл элек сафҡа ингән. Белем усағы республика адреслы инвестиция программаһы нигеҙендә тиҙҙән төҙөкләндерелергә тейеш. Шуға ҡарамаҫтан белем усағында ата-әсәләрҙең мөрәжәғәтенә битараф ҡалмағандар. Мәктәптә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә йылытыу системаһы камиллаштырылған.

Алексей Чутчев, Өфөнөң 115-се гимназияһы директорының административ хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары: “Совместно с обслуживающей компанией провели обследование отопительной системы и пришли выводу, что нужно поставить дополнительный насос, на обратку системы. У нас был один насос на подачу, установили один насос на обратную ситемы и в школе стало значительно теплее”.

Инцендент системаһына мөрәжәғәт ҡабул ителгәндән һуң район-ҡала етәкселегенә 3 сәғәттән алып бер аҙнаға тиклем ваҡыт бирелә. Проблема тулыһынса хәл ителгәндән һәм халыҡ тулы яуап алғандан һуң ғына иғтибарҙан төшөп ҡала. Совет районында урындағы власть вәкилдәренең социаль селтәрҙә эшләү тәжрибәһе ҙур. Муниципаль берәмек вәкилдәре глобаль селтәр аша килгән һәр мөрәжәғәтте иғтибарға ала.

Ләйсән Миңлеханова, Өфөнөң Совет районы хакимиәтенең гуманитар мәсьәләләр һәм мәғариф буйынса идаралығы етәксеһе: “Беҙҙең Совет районында эш шулай ҡоролған. Хакимиәт башлығына көн һайын иртән мәктәптәрҙә һәм социаль учреждениеларҙа температура кимәле тураһында мәғлүмәт еткерелә. 115-се һәм 117-се мктәптәрҙә лә йылылыҡ санитар нормаларға тура килә ине. Әммә ата-әсәләрҙең мөрәжәғәтен иҫәпкә алып беҙ өҫтәлмә саралар күрергә булдыҡ”.

Совет районында "Инцидент" системаһы өсөн Луиза Шәптиева яуаплы. Программа эш башлағандан алып муниципаль берәмеккә 300-ләп мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Улар тәү сиратта торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф өлкәһенә ҡағыла. Луиза ханым район һулышын тойоп эш итә.

Луиза Шәптиева, Өфөнөң Совет районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе: “Һәр сигнал буйынса мәғлүмәтте беҙ ватсапп аша үҙебеҙҙең етәкселәргә еткерәбеҙ. Улар өс сәғәт эсендә беҙгә яуап бирә. Унан һуң инде улар урынға барып, фотоға төшөрөп, фото факттар менән беҙгә яңынан яуап яҙалар. Ул шундуҡ беҙҙең инцидент системаһына индерелә һәм 3 тәүлек эсендә яуап кәрәкле урынға еткерелә. Ҡала халҡын ғәҙәттә нимә борсой. Әлбиттә ҡар таҙартыу мәсьәләһе, ҡайҙалар юлдар насар. Ҡайҙалыр подъезда ниндәйҙер етешһеҙлеектәр бар. Район кимәлендә хәл ителә ала икән. Улар тиҙүк хәл ителә. Әммә беҙгә ҡағылмаған мәсьәләләрҙе инде беҙ юғарыраҡ даирәләргә еткерәбеҙ”.

Башҡортостан чиновниктары социаль селтәрҙәр ярҙамында проблемаларҙы тиҙерәк хәл итә башлаған. Республика етәксеһе бындай аралашыу майҙансығына айырым иғтибар кәрәклеге тураһында белдерҙе, халыҡ ҡайҙа, власть шунда булырға тейеш тип билдәләне Радий Хәбиров. Социаль селтәрҙәр аша 60 меңдән ашыу проблема асыҡланған.Уларҙың бер өлөшө хәл ителгән дә инде.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Өфөлә «Инцидент» системаһы ярҙамында мәктәп кабинеттары йылытыла

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд