Радий Хәбиров төбәккә Федераль ҡаҙна аҡсаһын күберәк йәлеп итергә талап итте

Радий Хәбиров төбәккә Федераль ҡаҙна аҡсаһын күберәк йәлеп итергә талап итте https://bash.news/news/89073_radij_xbirov_tbkk_federal_ana_asayn_kberk_jlep_iterg_talap_itte
30 ғин 2019, 22:26

Федераль аҡсаларҙы йәлеп итеүҙә мөһим механизм. Радий Хәбиров Дәүләт Думаһында эшләүсе Башҡортостан депутаттарын шулай тип атаны. Республика етәксеһе әйтеүенсә, парламент ағзалары эшмәкәрлеген дәүләт власы органдары менән бәйләнеш булдырыу һәм төбәккә аҡса йәлеп итеүҙәре буйынса баһалаясағын әйтте. Федераль ҡоролоштоң түбәнге палатаһы ағзалары бөгөн төрлө программалар һәм милли проекттарҙа ҡатнашыу һөҙөмтәләрен барланы.

Төбәккә ике юл менән-федераль программаларҙа һәм милли проекттарҙа ҡатнашып йәлеп итергә мөмкин. Радий Хәбиров әйтеүенсә, был йәһәттән ярайһы уҡ һөҙөмтәләргә өлгәшелгән. Хәҙер иһә төбәккә федераль аҡсаларҙы йәлеп итеү эшен эҙмә-эҙлекле, тағы ла сифатлыраҡ кимәлгә сығарыу мөһим. Депутаттарҙың һәр береһенән мөмкин тиклем һөҙөмтә көтәбеҙ,тине Радий Хәбиров.

Федераль бюджеттан кире ҡайтарылмай торған финанстар йәлеп итеү буйынса Башҡортостан һигеҙенсе урында. Быйыл үҙәктән аҡса алыу өсөн республика 43 миллиард һумға 83 заявка биргән. Шул иҫәптән илленән ашыуын федераль властар ҡабул иткән дә инде. Бынан тыш, милли проекттарҙа ҡатнашып та республика ҡаҙнаһына өҫтәмә килем йәлеп итеү күҙаллана. Башҡортостан заявкаларын үткәреү өсөн көрәштә депутаттар корпусынан әүҙем эшмәкәрлек талап ителә, тине республика етәксеһе.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: «Мы ждем все-таки, когда каждый из вас лично приведет проект или привезет деньги, интересное событие в республику, какую-то новую идею. Мы ждем от вас такую помощь. И уверяем вас, мы вам тоже будем помогать».

Автор: Айнур Кәбиров.

Радий Хәбиров төбәккә Федераль ҡаҙна аҡсаһын күберәк йәлеп итергә талап итте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд