Өфөлә маршрут автобусы водителе пассажирға ташланған

Өфөлә маршрут автобусы водителе пассажирға ташланған https://bash.news/news/89075_fl_marshrut_avtobusy_voditele_passazhira_tashlanan
30 ғин 2019, 22:28

Өфөләге йәмәғәт транспорты туҡталыштарының береһендә "Газель" водителе "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хеҙмәткәрен йәберләй. Зыян күреүсе билдәләүенсә, руль артындағы ир уға йоҙроҡтары менән бер нисә тапҡыр һуға. Күңелһеҙ осраҡ сәбәптәре тураһында беҙҙең сайтта.

"Аңғармаҫтан "Газель" водителенән туҡмалдым,"- ти Өфөнән Георгий. Зыян күреүсе үҙен танытмауҙы һораны, был аңлашыла - әзмәүерҙәй ир ҡулына эләгә ул. Хәҙер эшкә барыр урынға медицина тикшеренеүе үтергә мәжбүр. Йәрәхәттәр, тәү ҡарашҡа, еңел, әммә төп көс башына төшкәнгә күрә, артабан кире эҙемтәләре булыуы ихтимал. Әлегә ул магнит резонанс-томографияһы һөҙөмтәһен көтә.

Георгий, зыян күреүсе: “Транспорттан сыҡты ла, асыуланып миңә ташланды. Йоҙроҡтары менән һуға башланы. Ҡулым менән башымды ҡапларға тырыштым. Ҡан төкөрә башлауымды күргәс, водитель ҡасыу яғын ҡараны. Тиҙ генә рулгә ултырып юлын дауам итте”.

Күңелһеҙ осраҡ "Витамин заводы" туҡталышында теркәлә. 202-се маршрут буйынса йөрөгән "Газель" салоны тулы була, шуға Георгий водитель янына ултырырға теләк белдерә. Әммә яуап булмай, бының урынына салон ишеге ябыла башлай. Транспорт сараһы ҡапыл ҡуҙғалып китә.

Туҡталышта тороп ҡалған ир "Газель" ишегенә һуғып өлгөрә. Һөҙөмтәлә ҡыҙыу водитель ҡулына эләгә. Хәйер, маршрут автобусына идара иткән Вячеслав Некрасов зыян күреүсенең һүҙҙәрен бөтөнләй иңҡар итә.

Вячеслав Некрасов, автобус водителе: “Транспорт кузовына нимәлер бәрелгән кеүек тойолдо. Сығып ҡараһам, аяҡ менән тибелгән эҙ күреп ҡалдым. Эргәһенә барып, "нимә эшләйһең" тип һораным. Яғаһынан тоттом да, тибелгән урынға күрһәттем. Унан һуң тыныс ҡына автобусҡа ултырып, юлымды дауам иттем. Бер ниндәй ҙә йәрәхәт яһаманым, туҡмарға теләгем дә булманы”.

Эдуард Мәннәнов, пассажирҙар ташыусы компания вәкиле: “Водитель беҙҙең компанияла 2013 йылдан алып эшләй, үҙе Өфөнән. Быға тиклем конфликт осраҡтарға эләккәне булманы, граждандар тарфынан уға ялыуҙар ҙа килмәне. Кире яҡтан ҡылыҡһырлай алмайбыҙ”.

Нисек кенә булмаһын, осраҡ буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү уҙғара. Әлегә "Газель" салонында һәм урамда булған видео теркәү камераһы материалдары өйрәнелә. Тәүгеһе буйынса пассажир һәм водитель араһындағы ыҙғыш күренмәй. Әйткәндәй, Өфө ҡалаһы хакимиәтендә лә был осраҡ иғтибарға алынған.

Марсель Байдәүләтов, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе: “Бындай күренештәр беҙҙең йәмғиәттә теркәлмәҫкә тейеш. Шуға осраҡ буйынса ҡала хакимиәтендә пассажирҙар ташыусы компания етәкселеге менән осрашыу үткәрҙе. Әлегә аңлатыу эштәре алып барыла. Ҡала хакимиәте тарафынан был эш контролгә алынды”.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хеҙмәткәре Георгий иһә осраҡҡа асыҡлыҡ индереп, водителдәрҙе юлда тынысыраҡ булырға саҡыра. Ни тиһәң дә, улар пассажирҙарҙың ғүмере өсөн яуаплы. Ҡул көсөн ҡулланыу урынһыҙ.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Өфөлә маршрут автобусы водителе пассажирға ташланған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд