Рәсәйҙә ОСАГО буйынса түләү кимәле артыуы ихтимал

Рәсәйҙә ОСАГО буйынса түләү кимәле артыуы ихтимал https://bash.news/news/89076_rsj_osago_bujynsa_tl_kimle_artyuy_ixtimal
30 ғин 2019, 22:28

Юл-транспорт ваҡиғаһында ғүмер һәм сәләмәтлеккә зыян килгән осраҡта ул 500 мең һумдан 2 миллион һумға етеүе мөмкин. Әле автобус, самолет һәм поездарҙағы аварияларҙа кеше ғүмере өҙөлһә, 2 миллион һум күләмендә аҡса түләнә. Ә автомобилдә, таксилағы һәләкәт өсөн уның күләме - 500 мең һум.

Автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалауҙы пассажир ташыусылар автогражданлығы менән тигеҙләүҙе Рәсәй Банкы хуплап сыҡҡан. Үҙгәреш ғәмәлгә инһә, полис хаҡы 10-11 процентҡа ҡиммәтләнеүе мөмкин.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Рәсәйҙә ОСАГО буйынса түләү кимәле артыуы ихтимал

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна