Ауырғазы районы Бишҡайын ауылы халҡы йыл самаһы ауыл хужалығынан хеҙмәт хаҡын ала алмай

Ауырғазы районы Бишҡайын ауылы халҡы йыл самаһы ауыл хужалығынан хеҙмәт хаҡын ала алмай https://bash.news/news/89077_auyrazy_rajony_bishajyn_auyly_xaly_jyl_samay_auyl_xuzhalyynan_xemt_xayn_ala_almaj
30 ғин 2019, 22:30

Зыян күреүселәр 100-гә яҡын кеше. Төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итеп тә мәсьәләне хәл итә алмаған колхоз эшселәре бөгөн йыйылыш үткәрҙе. Уларҙың һәр береһенә "Искра" колхозы ҙур күләмдә бурыслы. Берәүҙәр 50, икенселәр 100 мең һум аҡсаһын ҡайтарырға теләй.

Граждандар алдында бурыслы "Искра" колхозында һуңғы йылдарҙа бер-бер артлы етәкселәр алмашына. Хужалыҡ эшен көйләргә эшсе ҡулдар, техника булыуға ҡарамаҫтан ҡасандыр килемле хужалыҡ бөлгөнлөккә төшә. Бәхәсле колхоз эше буйынса 7 февралдә суд ултырышы көтөлә. "Искра" менән етәкселек итеү шәхси эшҡыуарҙар ҡулына күсер тип күҙаллана.

Наталья Филиппова, Бишҡайын ауылында йәшәүсе: “100-ҙән ашыу кеше эш хаҡын алмаған. Тормош иптәшем 36 йыл колхозда водитель булып эшләне, былтыр февралдән алып аҡса күргәнебеҙ юҡ. Бәлиғ булмаған 4 бала тәрбиәләйбеҙ, уларҙан башҡа тағы ла ике балабыҙ бар. Колхоз етәкселеге эшселәргә ҡул һелтәгән, аҡса ла, эш тә юҡ”.

Автор: Флорида Ким.

Ауырғазы районы Бишҡайын ауылы халҡы йыл самаһы ауыл хужалығынан хеҙмәт хаҡын ала алмай

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд