Өфөнөң 4-се йоғошло сирҙәр дауаханаһына эләккән мәктәп уҡыусылары сығарылған

Өфөнөң 4-се йоғошло сирҙәр дауаханаһына эләккән мәктәп уҡыусылары сығарылған https://bash.news/news/89079_fn_4se_jooshlo_sirr_dauaxanayna_elkkn_mktp_uyusylary_syarylan
30 ғин 2019, 22:32

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, баш ҡалаға биология фәне буйынса олимпиадаға килгән уҡыусылар "Амакс Турист" ҡунаҡханаһына урынлаштырылғайны. Әммә 23, 24 ғинуарҙа 12 бала һәм бер өлкән кеше сәләмәтлегенә зарланып, эсәк инфекцияһы менән дауаханаға оҙатылды.

Күңелһеҙ осраҡтан һуң Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте эпидемиологик, лаборатор тикшереүҙәр үткәрҙе. Белгестәр ҡунаҡхананың ҡайһы бер аш-һыуы тейешле шарттарҙа һаҡланмаған тигән һөҙөмтәгә килгән. Материалдар буйынса суд туҡланыу учреждениеһы эшмәкәрлеген 60 тәүлеккә туҡтатырға тигән ҡарар сығара.

Евгений Степанов, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү буйынса хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы етәксеһе: “Балалар 29 ғинуарҙа дауахананан сығарылды. Әлеге ваҡытта тикшереү эштәре дауам итә. Ваҡиға урыны ентекле тикшерелә, шулай уҡ хеҙмәткәрҙәрҙән һәм балаларҙы оҙатыусыларҙан һорау алына. Ҡунаҡханала 60 тәүлек эсендә генераль йыйыштырыу үткәреп, хеҙмәткәрҙәр менән гигиена буйынса аңлатыу эштәре алып барыласаҡ”.

Автор: Флорида Ким.

Өфөнөң 4-се йоғошло сирҙәр дауаханаһына эләккән мәктәп уҡыусылары сығарылған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна