Баймаҡ районында

Баймаҡ районында https://bash.news/news/89080_bajma_rajonynda_jyl_uytyusyy_konkursy_tamamlandy
30 ғин 2019, 22:33

Быйылғы конкурста 18 педагог һөнәри оҫталыҡта көс һынашты. Ҡаланың 2-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Әлфиә Байрамғолова бәйгенең абсолют еңеүсеһе исеменә лайык булды. Теманың дауамы беҙҙең сайтта.

Конкурстың әүҙем бәйгеселәренең береһе Вәлиә Ҡодосова 20 йыл стажы булған уҡытыусы. Ул ҡаланың 3-сө мәктәбендә балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Конкурс өсөн әҙерләгән дәресте педагог ғәҙәти булмаған формала үткәрҙе. Уҡыусылар һабантуй байрамында ҡатнашты, хатта улар был сараның элементы булған бер нисә уйынды үткәрергә өлгөрҙө. Шул ук вакытта педагог дәрес темаһынанан да ситкә китмәне, уны уйындар ярҙамында аңлата алды. Укыусылар өсөн Вәлиә Мостафа ҡыҙы бөтөнләй ят педагог булһа ла, балалар дәрестә ихлас ҡатнашты һәм уҡытыусыға ҙур ярҙам күрһәтте.

Уҡытыусылар конкурсында йыл һайын ҡатнашыусылар һаны арта бара. Тимәк был педагог абруйының юғары булыуы хакында һөйләй. Быйыл да бәйгеселәр араһында башланғыс класстарҙан ‐ 5, өс тарих укытыусыһы, башкорт теле һәм әҙәбиәте, инглиз, рус теле укытыусылары, теүәл фәндәр һәм физкультура укытыусылары ла бар ине. Конкурстың йомғаклау этабында еңеүселәрҙе ҡотлау тантанаһы үтте. Электән килгән традицияға ярашлы башта төрлө номинацияларҙа еңеү яулаған укытыусыларҙы билдәләп үттеләр, уларға дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды.

Конкустың еңеүсеһе итеп ҡаланың 2‐се мәктәбе укытыусыһы Әлфиә Байрамғолова танылды. Ул белем усағында балаларға тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса белем бирә, педагогтың 30 йыл стажы бар. Конкурстың шарты буйынса Әлфиә Байрамғолова Баймак районы исеменән республика бәйгеһендә ҡатнашасаҡ.

Автор: Гөлнур Ишбулатова.

Баймаҡ районында

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество