Мәскәүҙә Лариса Абдуллинаның ижад кисәһе үтте

Мәскәүҙә Лариса Абдуллинаның ижад кисәһе үтте https://bash.news/news/89081_msk_larisa_abdullinany_izhad_kise_tte
30 ғин 2019, 22:35

Шағирә, журналист, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Лариса Хашим ҡыҙы илебеҙҙең баш ҡалаһында туған телгә, моңға сарсаған яҡташтарҙы, милләттәштәрҙе бер майҙанға йыйҙы.

Туҡтатығыҙ бында тимер атты,

Аяғүрә тороп баҫығыҙ.

Арҡағыҙ төҙ, һындар ғорур булһын!

Эйелмәһен бында башығыҙ.

Башҡортостандың бер быуатлыҡ юбилейына арналған шиғриәт байрамында башлыса патриотик рух менән һуғарылған әҫәрҙәр яңғыраны. Тәрән фәлсәфәле, сағыу образлы шиғырҙар тамашасы йөрәгенә үтеп инде. Осрашыу йәнле әңгәмә, фекер алышыу форматында ойошторолдо. Маҡсатбек Гапыров, Мәскәүҙә ҡырғыҙ яҙыусылары етәксеһе, әҙиб Лариса Абдуллинаның шиғырҙарын ҡырғыҙ теленә тәржемә итергә теләк белдерҙе. Шулай уҡ Маҡсатбек Гапыров Ҡырғыҙстан Хөкүмәтенә Башҡортостандың йөҙ йыллығын үҙ республикаһында ла билдәләргә тәҡдим итмәксе. Байрамды "Арғымаҡ" этно-рок төркөмөнөң рухлы йырҙары, "Аҡ тирмә" фольклор ағзаларының сығышы биҙәне.

Лариса Абдуллина, шағирә: “Аҫабалар рухы" тигән кисәнең милләттәштәр күңеленә үтеп инеүенә мин бик шатмын. Мәскәү башҡорттарына ошо дискты алып барып, бүләк иттек. Унда автономияға арналған шиғырҙарҙы йыйып, яҙҙырҙыҡ. Башҡортостанға, башҡорт теленә арналған шиғырҙарҙы халыҡ ысынлап та яратып ҡабул итте. Шулай уҡ мөхәббәт темаһына арналған блок та булды”.

Мәскәүҙәге сарала шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының республика вәкилдәре ҡатнашты. Улар Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәрҙең әүҙем эшмәкәрлеген билдәләп үтте. "Алтынай" бейеү ансамбле, "Илһам" театрының яңы үрҙәре быйылғы тарихи даталарҙы илебеҙҙең баш ҡалаһында ла юғары кимәлдә үткәрергә булышлыҡ итер, тип көтөлә.

Автор: Фәниә Юланова.

Мәскәүҙә Лариса Абдуллинаның ижад кисәһе үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд