Нефтекаманың «Торос» хоккей клубы чемпионлыҡҡа дәғүә итә

Нефтекаманың «Торос» хоккей клубы чемпионлыҡҡа дәғүә итә https://bash.news/news/89084_neftekamany_toros_xokkej_kluby_chempionlya_d_it
30 ғин 2019, 22:41

Юғары хоккей лигаһының даими чемпионаты тамамланыуға һанаулы ғына уйындар ҡалып килә. Турнир регламентына ярашлы, еңеүсе команда Ебәк юл кубогы менән бүләкләнәсәк. Әле был призға кәмендә дүрт коллектив дәғүә итә. Улар араһында Нефтекаманың "Торос" клубы ла бар.

Кисә Руслан Сөләймәнов тәрбиәләнеүселәре Санкт-Петербургта урындағы "Динамо" хоккейсылары менән көс һынашты. Осрашыу Башҡортостан вәкилдәре өсөн уңышлы башланды. Улар беренсе осорҙан һуң 2:0 иҫәбе менән алда барҙы. Әммә тәнәфестән һуң хужалар яуап шайбалары индерҙе.

Төп һәм өҫтәмә ваҡытта яҡтар башҡаса уңышҡа өлгәшә алманы. Ә бына буллиттар серияһында төньяҡ баш ҡала командаһы еүеү яуланы. Отолоуға ҡарамаҫтан "Торос" уйынсылары турнир таблицаһының икенсе урынын һаҡлап ҡалды. Улар беренсе баҫҡысты биләүсе "СКА-Нева" клубынан бер мәрәйгә генә ҡалыша. Чемпионат лидерҙары иртәгә осраша.

Нефтекаманың «Торос» хоккей клубы чемпионлыҡҡа дәғүә итә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA