Санитар нормаларға ярашлы Өфөнөң Дим биҫтәһендә тағы ун балалар баҡсаһы һәм дүрт мәктәп етмәй

Санитар нормаларға ярашлы Өфөнөң Дим биҫтәһендә тағы ун балалар баҡсаһы һәм дүрт мәктәп етмәй https://bash.news/news/89091_sanitar_normalara_yarashly_fn_dim_bitend_tay_un_balalar_basay_m_drt_mktp_etmj
30 ғин 2019, 23:39

Биҫтә һуңғы йылдарҙа йылдам үҫешә. Әле "Яркий" биҫтәһендә мәктәп Дим-6 районында балалар баҡсаһы төҙөлә башлаған. Уларҙы йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырыу ҡаралған.

Дим биҫтәһендә йәшәгән Ибраһимовтар улдарын алыҫ урынлашҡан балалар баҡсаһына йөрөтә. Байтаҡ ваҡыт йәйәү атларға кәрәк. Ә Асҡарға рәхәтерәк булыр ти, йәш әсә. Йыл аҙағына уларҙың йорто эргәһендә яңы балалар баҡсаһы барлыҡҡа киләсәк.

Елена Ибраһимова: “Беҙ Грозненская урамында күптән йәшәйбеҙ. Күршеләрҙән эргәлә генә баҡса төҙөлөүен белеп ҡалдыҡ. Уңайлы буласаҡ”.

Әле бинаға нигеҙ һалынған.Төҙөүселәр каркас өсөн арматураларҙан ҡоролмалар әҙерләй.

Ринат Ниғмәтуллин, участка бригадиры: “Июнгә тиклем монолитты тамамларбыҙ , тип уйлайым.Артабан кирбес һалыусылар килә”.

Дим районында 13 мәктәпкәсә учреждениела 4 мең 600 сабый тәрбиәләнә. Санитар нормаларға ярашлы, тағы ун баҡса кәрәк. Яңыһына 240 бала йөрөйәсәк. Объект Башҡортостандың 100 йыллығына һалына.

100 йыллыҡҡа төҙөлөүсе тағы бер мәғариф учреждениеһы - "Яркий" биҫтәһендәге мәктәп. Бер мең уҡыусыға иҫәпләнгән белем усағы былтыр июлдә һалына башланған. Объектта йөҙгә яҡын төҙөүсе эшләй. Әле кирбес һалыу эше бара. Шулай уҡ инженер селтәрҙәре һуҙыла.

Мәктәп өс өлөштән торасаҡ. Береһендә башланғыс, икенсеһенддә өлкән синыфтар белем аласаҡ. Өс спорт залы була. Шулай уҡ янында футбол, волейбол һәм баскетбол майҙандары төҙөлә..

Ирек Усманов, Өфөнөң Дим районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе: “Әле Дим биҫтәһендә 8 мәктәп. 4 мең балаға икенсе сменала уҡырға тура килә. Тағы дүрт яңы белем усағы талап ителә”.

Төҙөлөш өсөн федераль ҡаҙнанан 800, ә республика бюджетынан мәктәпте йыһазландырыуға 113 миллион һум аҡса бүленгән.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Санитар нормаларға ярашлы Өфөнөң Дим биҫтәһендә тағы ун балалар баҡсаһы һәм дүрт мәктәп етмәй

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество