Стәрлетамаҡта йәшәүсе ир мәҙәни мираҫ исемлегенә ингән бинаны емергән

Стәрлетамаҡта йәшәүсе ир мәҙәни мираҫ исемлегенә ингән бинаны емергән https://bash.news/news/89092_strletamata_jshse_ir_mni_mira_isemlegen_ingn_binany_emergn
30 ғин 2019, 23:40

Емерелгән тарих. Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе ир мәҙәни мираҫ объектын һүткәне өсөн енәйәт эшенә тарттырылыуы ихтимал. Осраҡ буйынса тикшереү башланған. Асыҡланыуынса, уҙған быуат баштарында сафҡа ингән бина тәүҙә сиркәү, һуңынан тирмән булараҡ файҙаланылған. Заманалар үҙгәреү менән ул оҙаҡ йылдар файҙаланылмай буш тора. Урындағы эшҡыуар ҡулына тапшырыла. Шуға ҡарамаҫтан, объект мәҙәни мираҫ булараҡ дәүләт тарафынан яҡлау тапҡан. Ниндәй ҙә булһа эш башҡарыу ҡәтғи тыйыла.

Илнур Лоҡманов, Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы бүлеге етәксеһе: “Был объект мәҙәни мираҫ булараҡ дәүләт тарафынан һаҡлана. Шуға ла, уны ватыу, емереү, ниндәй ҙә булһа эштәр башҡарыу тыйыла. Осраҡ буйынса беҙҙең идаралыҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары менән тикшереү эштәре башланы”.

Әйткәндәй, был мәҙәни мираҫ объектына бәйле, енәйәт эшенә еткән икенсе осраҡ. Тәүгеһе Краснокама районында 2017 йылда теркәлгәйне. Ул саҡта Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе ир 19-сы быуат һәйкәлен ер менән тигеҙләп йорт һалғайны. Билдәле булыуынса, бина "Николо-Берёзовка архитектура комплексы" исемлегенә ингән 26 объектарының береһе. Дәүләт яҡлауын инҡар иткәне өсөн ул ҙур күләмдәге штраф түләргә бурыслы.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Стәрлетамаҡта йәшәүсе ир мәҙәни мираҫ исемлегенә ингән бинаны емергән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA