Республикала ир әсәһенең пенсияһын урлай

Республикала ир әсәһенең пенсияһын урлай https://bash.news/news/89099_respublikala_ir_sene_pensiyayn_urlaj/?lang=bash
31 ғин 2019, 09:49

Стәрлетамаҡта 49 йәшлек ир ҡулға алына. Ул әсәһенең аҡсаһын урлауҙа ғәйепләнә.

Республикала ир әсәһенең пенсияһын урлай
Республикала ир әсәһенең пенсияһын урлай

Ир бер ҡайҙа ла эшләмәй. Әсәһе аҡсаһын юғалыуын асыҡлағас, полицияға мөрәжәғәт итә. Пенсионер ҡатын гел генә аҡсаһын йәшереп тота. Һуңғы тапҡыр ир йәшерен урынды табып, яҡынса биш мең һум күләмендә аҡсаны урлай. Ҡулға алыныусы һүҙҙәренсә, аҡса уға алкоголь эсемлектәр һатып алыр өсөн кәрәк була.

Үҙенең аҡсаһы булмау сәбәпле, ир әсәһенең аҡсаһын урлай. Ул аҡсаны ҡулланып өлгөрмәй. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Отметим День студента вместе!