Башҡалала теркәлгән төнгө янғында ике егеттең ғүмере өҙөлә

Башҡалала теркәлгән төнгө янғында ике егеттең ғүмере өҙөлә https://bash.news/news/89101_bashalala_terklgn_tng_yanynda_ike_egette_mere_l
31 ғин 2019, 10:02

31 ғинуарҙа К.Маркс урамында янғын сығыуы тураһында хәбәр алына. Ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр оҙатыла.

Башҡалала теркәлгән төнгө янғында ике егеттең ғүмере өҙөлә
Башҡалала теркәлгән төнгө янғында ике егеттең ғүмере өҙөлә

Быға тиклем хәбәр итеүебеҙсә, янғын бер бүлмәле фатирҙа сыға. Ҡотҡарыусылар килгән мәлдә, шәхси әйберҙәргә ут тоҡанған була. Фатирҙан ике ир эвакуациялана һәм табиптарға тапшырыла. Тиҙ ярҙам машинаһында 1993 һәм 1994 йылғы егеттәрҙең вафат булыуы асыҡлана.

Ваҡиға урынында тәфтишсе эшләй.Осраҡ сәбәптәре асыҡлана.

Спутник FM
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд