Республикала ойошманың коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурысы йыйыла

Республикала ойошманың коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурысы йыйыла https://bash.news/news/89127_respublikala_ojoshmany_kommunal_xemttr_sn_burysy_jyjyla
31 ғин 2019, 16:17

Октябрьск ҡалаһында суд приставтары кафе хужаһынан коммуналь хеҙмәттәр өсөн йыйылған бурысты ҡайтарыуға өлгәшә. Уның күләме 200 000 һум тәшкил итә.

Республикала ойошманың коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурысы йыйыла
Республикала ойошманың коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурысы йыйыла

Билдәле булыуынса, ойошма эҫе һыу һәм йылылыҡ селтәре өсөн хаҡ түләмәй. Ике йыл эсендә 200 мең һум күләмендә бурыс йыйыла. Эшҡыуарлыҡтың туҡтап ҡалыуын булдырмау өсөн, кафе хужаһы бурысты тулы күләмдә ҡаплай.

Билдәләргә кәрәк, 2018 йыл эсендә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре өсөн йыйылған бурыс 574 млн һум күләмендә ҡайтарыла. Был, 2017 йыл менән сағыштырғанда, 106 млн һумға күберәк. 2019 йыл башына ҡарата, суд приставтарында 1 млрд һумға торошло 23 000 башҡарма эш иҫәпләнә.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Когда отремонтирую ваш подъезд