Радий Хәбировтың «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге сәхифәһе верификация үтте

Радий Хәбировтың «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге сәхифәһе верификация үтте https://bash.news/news/89149_radij_xbirovty_bjlnesht_social_seltrendge_sxife_verifikaciya_tte
31 ғин 2019, 22:00

Радий Хәбиров "Бәйләнештә" сайтында үҙе ултыра. Социаль селтәр администрацияһы Башҡортостан етәксеһенең сәхифәһе рәсми верификация үтеүен иҫбатлап, унда махсус билдә ҡуйған. Ҡағиҙә буйынса, верификациянан һуң Радий Хәбировтың сәхифәһе уны эҙләгәндә иң беренсе булып килеп сығасаҡ.

Һөҙөмтәлә сит "фейк" аккаунттар республика етәксеһенән ярҙам һораусылар күҙенә сағылмаясаҡ. Әле Радий Хәбировтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә 104 мең кеше яҙылған. Мәғлүм булыуынса, Радий Хәбиров Инстаграм, Фейсбук һәм Одноклассники селтәрҙәренән дә уның сәхифәләрен верификациялауҙы һораған.

Алдараҡ Радий Хәбиров ысынлап та, социаль селтәрҙәрҙә үҙе ултырыуы, постарҙы үҙе яҙыуы һәм дөрөҫ ҡулланғанда социаль селтәрҙәрҙең ҡеүәтле механизм була алыуы тураһында белдергәйне.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Радий Хәбировтың «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге сәхифәһе верификация үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Когда отремонтирую ваш подъезд