Башҡортостанда ҡулланыу ваҡыты үткән дарыуҙар, ялған араҡы һатыусыларға ҡаршы көрәш көсәйтелгән

Башҡортостанда ҡулланыу ваҡыты үткән дарыуҙар, ялған араҡы һатыусыларға ҡаршы көрәш көсәйтелгән https://bash.news/news/89150_bashortostanda_ullanyu_vayty_tkn_daryuar_yalan_aray_atyusylara_arshy_krsh_ksjtelgn
31 ғин 2019, 22:01

Шулай уҡ Сибайҙағы экологик хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Был турала бөгөн Башҡортостан прокуроры Андрей Назаров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары алдындағы отчет докладында белдерҙе. Парламент ултырышында Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Депутаттар алдындағы телмәрендә Андрей Назаров белдереүенсә, республикала былтыр 205 мең тирәһе закон боҙоу осрағы теркәлгән. Был һан алдағы йыл менән сағыштырғанда, аҙыраҡ. Прокурорҙар тарафынан асыҡланған ҡануни етешһеҙлектәрҙең 58 меңе граждандарҙың социаль хоҡуҡтарын боҙоу өлкәһенә тура килә, улар буйынса судтарға 18 мең эш ебәрелгән.

Андрей Назаровҡа депутаттар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы ла бирҙе, уларҙың күбеһе көнүҙәк темаларға ҡағыла. Мәҫәлән, ялған араҡы, срогы сыҡҡан дарыуҙарҙы һатыуға ҡаршы алып барылған көрәш алымдары, Магнитогорскийҙағы фажиғәнән һуң алып барылған эштәр, етемдәргә торлаҡ мәсьәләләре күтәрелде. Башҡортостан прокуроры әйтеүенсә, бар йүнәлештәрҙә лә эшмәкәрлек көсәйтелгән, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 23 балаға прокуратура ярҙамы менән торлаҡ бирелгән. Ултырышта Сибайҙағы экологик хәл буйынса ла һорау бирелде. Прокурор белдереүенсә, әле енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Андрей Назаров, Башҡортостан Республикаһы прокуроры: «Когда эти события только начались, тут же природоохранный прокурор по нашему поручению отправил требование в Росприроднадзор, Роспотребнадзор о проведении экспертных исследований. Как только они были проведены, прокурор направил представление в администрацию города и в сибайский филиал Учалинского ГОКа, затем направил исковое заявление в суд об обязании администрации и того же филиала ГОКа принять меры по локализации очагов задымления. То есть о принятии всего комплекса исчерпывающих мер. По материалам прокурорской проверки возбуждено и расследуется уголовное дело».

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышында дүрт тиҫтә тирәһе закон проекты ҡаралды. Был юлы финанс мәсьәләләргә, бюджет өлкәһенә, социаль мәсьәләләргә ҡағылған закон проекттары күп. Мәҫәлән, туберкулез ауырыуын дауалау, иҫкәртеү саралары көсәйтелә. Элек ауырыуҙың ғаиләһе, яҡындары ғына контролгә алынып, уларға дарыуҙар бирелһә, хәҙер был исемлек киңәйтелә. Ҡала ерендә күрше фатирҙар һәм бер подъезда йәшәүселәр, ә ауыл да бер урам да инеүе мөмкин. Йәғни, улар бөтәһе лә хәүеф төркөмөнә ҡараясаҡ.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башҡортостанда ҡулланыу ваҡыты үткән дарыуҙар, ялған араҡы һатыусыларға ҡаршы көрәш көсәйтелгән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество