Иглин районында 500 урынға иҫәпләнгән Тәфтиш изоляторы барлыҡҡа киләсәк

Иглин районында 500 урынға иҫәпләнгән Тәфтиш изоляторы барлыҡҡа киләсәк https://bash.news/news/89151_iglin_rajonynda_500_uryna_iplngn_tftish_izolyatory_barlya_kilsk
31 ғин 2019, 22:02

Ул "Рәсәйҙә енәйәт-башҡарыу системаһы" федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә төҙөләсәк. Әлегә Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы объекттың проект-смета документацияһын әҙерләй. Бынан тыш, былтыр махсус контингенттың йәшәү шарттарын яҡшыртыу маҡсатында биналарға 40 миллион һумға капиталь ремонт үткәрелгән.

Был турала бөгөн идаралыҡтың коллегия ултырышында билдәләнде. Шулай уҡ былтыр тауар етештереү күләме лә алты процентҡа артып, бер миллиард һумдан ашҡан. Етмеш яңы хеҙмәт урыны булдырылған, маргарин, ҡуйыртылған һөт, ит консерваһы етештерелә башлаған. Әйткәндәй, енәйәт сәйәсәтен гуманлаштырыу ҙа махсус контингент составына тәьҫир итмәй ҡалмай, иректән мәхрүм ителеүселәрҙең кәмеүе күҙәтелә.

Илнур Әҙеһәмов, Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе урынбаҫары: “2010 йылдан күҙәтеү яһаһаҡ, махсус контингенттың көнкүреш шарттары күпкә яҡшырҙы. Система көндән-көн асыҡлана, рәшәткә артында ултырыусыларҙың хоҡуҡтары тулыһынса яҡлана. Улар артабан йәмғиәттә үҙ урындарын тапһын өсөн барыһы ла эшләнә. Коллегияла алдынғы учреждениелар һәм хеҙмәткәрҙәрҙең эше тейешле баһаланды”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Иглин районында 500 урынға иҫәпләнгән Тәфтиш изоляторы барлыҡҡа киләсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд