Башҡортостан юлдарына 663 фото һәм видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйыласаҡ

Башҡортостан юлдарына 663 фото һәм видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйыласаҡ https://bash.news/news/89152_bashortostan_yuldaryna_663_foto_m_videokte_orolmalary_ujylasa
31 ғин 2019, 22:02

Юлдарҙа үлем осраҡтарын иҫкәртеү дәүләт автоинспекцияһы алдында торған төп бурыстарҙың береһе. Был турала бөгөн Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы етәксеһе Динар Ғилметдинов баҫма һәм электрон матбуғат саралары хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу барышында белдерҙе.

Үлемесле аварияларҙы кәметеү өсөн тәү сиратта автомобиль трассалары, магистраль, үҙәк урамдарҙы, юл саттарын фото һәм видеокүҙәтеү ҡоролмалары менән йыһазландырыу мөһим. Киләһе осорҙа 663 ошондай ҡоролма урынлаштырыу ҡарала. Ошо маҡсатта Башҡортостан етәкселеге менән берлектә әүҙем эш алып барыла, тип билдәләне Динар Ғилметдинов

Динар Ғилметдинов, ЮХХДИ идаралығы етәксеһе: “Беҙ барлыҡ муниципаль берәмектәр менән берлектә ҙур эш үткәрҙек. Авариялар йыш теркәлгән урындарҙы билдәләнек. Уларҙың һөҙөмтәләре буйынса ла ҡарап сыҡтыҡ. Ентекле тикшереү нигеҙендә юл-транспорт ваҡиғаларын кәметеү өсөн талап ителгән камералар һанын иҫәпләп сығарҙыҡ. Башҡортостан юлдарына 663 фото һәм видео теркәү ҡоролмаһын урынлаштырыу талап ителә. Әле республика хөкүмәте уларҙы тәьмин итеү буйынса эш алып бара. Быйыл был камералар Башҡортостан юлдарына ҡуйыласаҡ”.

Башҡортостан юлдарына 663 фото һәм видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйыласаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Банер уфимская волна