Мәскәү эксперты Сергей Капков «Торатау» геопаркының әһәмиәтен баһаланы

Мәскәү эксперты Сергей Капков «Торатау» геопаркының әһәмиәтен баһаланы https://bash.news/news/89154_msk_eksperty_sergej_kapkov_toratau_geoparkyny_miten_baalany
31 ғин 2019, 22:04

“Торатау" геопаркы туристарға киң мөмкинлектәр аса. Әммә бының өсөн тейешле шарттар тыуҙырырға кәрәк. Был турала Мәскәү дәүләт университеты ҡарамағындағы мәҙәниәт иҡтисадын, ҡалалар үҫешен һәм креатив индустрияларҙы өйрәнеү үҙәге етәксеһе Сергей Капков белдерҙе. Тарихи ҡомартҡы менән яҡындан танышыу һәм тейешле консультациялар биреү маҡсатында белгес бөгөн Ишембай районына килде.

Тәүҙә ул Ишембай ғорурлығы һаналған "Витязь" транспортерына ултырып изге тауҙы ҡараны. Мәскәү эксперты билдәләүенсә, "Торатау" геопаркының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Бөгөн туристарҙың иғтибарын күберәк йәлеп итеү өсөн инфраструкттураны яҡшыртыу мәсьәләһен өйрәнергә кәрәк. Әммә был эшкә кәмендә биш йыл талап ителә, тине Сергей Капков. Ул шулай тау итәгендә урынлашҡан буш биналарҙың тарихы менән дә ҡыҙыҡһынды. Баҡтиһәң, Бөйөк Ватан һуғышынан һуң был йорттарҙа әсирҙәр һәм һатлыҡйәндәр эзбиз ташы әҙерләгән. Һуңынан сеймал шәкәр етештереү технологияһында ҡулланыу өсөн Ҡарламан заводына, Салауат ҡалаһындағы төҙөлөш эштәренә оҙатылған.

"Был биналар менән киләсәктә тағы ла күберәк туристарҙың иғтибарын йәлеп итергә мөмкин буласаҡ", тине үҙәк етәксеһе. Ул шулай уҡ тарихи ҡомартҡының бөгөнгә тиклем һаҡланып ҡалыныуын да юғары баһаланы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров указы менән былтыр декабрҙә "Торатау" геопаркы булдырылды. Уға махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре - Торатау менән Йөрәктау, шулай уҡ Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарының башҡа үҙенсәлекле объекттары инде. Ә уҙған аҙнала иһә бер төркөм белгестәр "Торатау" геопаркы сиктәрен билдәләне һәм уның потенциалын тикшерҙе. Экспедиция ағзалары ҡаргиҙәрҙәрҙә 150 километр ара үтте. Маршрут Иҫәкәй, Этҡол, Һайран, Көҙән кеүек ауылдар эргәһенән уҙҙы.

Автор: Илдар Байбулатов.

Мәскәү эксперты Сергей Капков «Торатау» геопаркының әһәмиәтен баһаланы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA