Нефтекама ҡалаһында сауҙа-күңел асыу үҙәге ябылған, арендасылар бинаға үтеп инә алмай

Нефтекама ҡалаһында сауҙа-күңел асыу үҙәге ябылған, арендасылар бинаға үтеп инә алмай https://bash.news/news/89155_neftekama_alaynda_sauakel_asyu_ge_yabylan_arendasylar_binaa_tep_in_almaj
31 ғин 2019, 22:05

Суд приставтары ун дүрт ҡатлы күп функциялы "Урал" комплексын бикләгән. Һатыусылар эшһеҙ ҡалған, ә эшҡыуарҙар бурысҡа батҡан. 200 кеше бергә тупланып сауҙа-күңел асыу үҙәге алдындағы майҙанға йыйылған. Бина бикле. Унда инеү ҡәтғи тыйылған. Кешеләр эш урындарына сыға алмай.

Лилиә Ялашева, "Урал" күп функциялы үҙәге кинотеатры хеҙмәткәре: “Быға тиклем бөтәһе лә яҡшы барҙы. Беҙҙе ябырға ниндәй нигеҙ бар? Cоциаль селтәрҙәрҙә бина һелкенә, бассейндан һыу баҫа, төтөн сыға, тигән сәхифәләр... Ышанаһығыҙмы, әммә уларҙың береһе лә ысынбарлыҡта түгел. Уҡыһаң, үҙеңде икенсе донъяла йәшәгән кеүек тояһың”.

Бинанан халыҡты формалағы хеҙмәткәрҙәр сығарған. Ҡайһы бер һатыусылар ҡаршылыҡ күрһәткән. Күп кенә арендалаусыларҙың бында тауарҙары һәм шәхси әйберҙәре ҡалған. Ҡаланың иң ҙур сауҙа комплексы билдәһеҙ ваҡытҡа тиклем ябылған.

Антон Копьев, суд приставы: “Бинаға инеү суд приставтарының махсус рөхсәте менән генә башҡарыла. Кемдер шәхси әйберҙәрен һәм компанияһының йыһаздарын сығарырға теләһә, сауҙа-комплексы хакимиәте менән, ә хәкимиәт беҙҙең хеҙмәткәрҙәр менән һөйләшә. Шул рәүешле кешеләр үҙ мөлкәтен сығара ала”.

Ишектәр суд приставтары тарафынан тамғаланған. Прокуратура мәғлүмәттәренән күп функциялы үҙәктә янғын хәүефһеҙлеген боҙоу осраҡтары күп. Балаларҙың уйын майҙансыҡтары икенсе ҡаттан өҫтә урынлашҡан, күрһәтмәләр ҡуйылмаған, ҡайһы бер ҡаттарҙа янғын һүндереү системалары ла юҡ. Бында былтыр апрелдә ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре тикшереү үткәргән. Бина хужаһы был етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә кәрәклеге хаҡында иҫкәртелгән. Сауҙа комплексын ябыу тураһында ҡарар августа уҡ сығарылған, ә декабрҙә көсөнә ингән.

Гүзәл Мәсәғүтова, Республика прокурорының мәғлүмәт саралары менән хеҙмәттәшлек буйынса өлкән ярҙамсыһы: “Бина хужаһы был етешһеҙлектәрҙән арыныу буйынса бер ниндәй ҙә сара күрмәгән. Шул сәбәпле, башҡарма производство сиктәрендә суд приставтары бинаны ҡулланыуҙы тыйҙы”.

Прокуратура күп функциялы үҙәктә булыу хәүефле,-тип иҫәпләй. Бинаға инергә рөхсәт етешһеҙлектәрҙе бөтөргәндән һуң ғына биреләсәк.

Линура Ворона, "Урал" күп функциялы үҙәге директоры: “Әлеге ваҡтта 11 пункттан торған етешһеҙлектәр бөтөрөлдө. Тиҙҙән комиссия көтәбеҙ. Беҙ тейешле инстанцияларға асыҡланған етешһеҙлектәрҙе булмауын тикшереүҙәрен һораныҡ”.

Бина аҙна элек бикләнә. Ә быға тиклем етешһеҙлектәрҙән арыныуға нимә ҡамасаулаған?.. Ни өсөн арендалаусылар ҙа алдан иҫкәртелмәгән, халыҡҡа уңайһыҙлыҡтар тыуҙырылған? Һорауҙар әлегә асыҡ ҡала.

Автор: Гүзәл Борханова.

Нефтекама ҡалаһында сауҙа-күңел асыу үҙәге ябылған, арендасылар бинаға үтеп инә алмай

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Банер уфимская волна